Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Март , 14:05

«Тарпан»дарҙы күреп ҡыуандыҡ!

«Тарпан»дарҙың сығышы үҙе бер байрам ине! Шундай ҡеүәтле, илһамландырғыс кисә өсөн оло рәхмәтлебеҙ!

«Тарпан»дарҙы күреп ҡыуандыҡ!
«Тарпан»дарҙы күреп ҡыуандыҡ!

3 март Сибай концерт-театр берекмәһенең билдәле «Тарпан» этно-фолк төркөмө Хәйбулла районы Өфө ауылы мәҙәниәт йортонда юғары кимәлдә ҙур концерт программаһын күрһәтте.
Тамашасылар халыҡ көйҙәренең заманса яңғырашына, милли инструменттарҙың сыңына һәм артистарҙың сағыу оҫталығына төрөндө. Концерт залы халыҡтың алҡыштарынан гөрләп торҙо, һәр сығыш тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

"Телем, Илем,Моңом, Халҡым!» — тип йәшәгән рухлы йәштәребеҙҙе күреп, тамашасы һөйөнөп кенә түгел, ә ҙур ғорурлыҡ кисерҙе. Артистарҙың һәр сығышында туған телгә мәхәббәт, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ хазинаһына хөрмәт сағылды.

Был кисә — рухыбыҙҙы байытыусы, милли сәнғәтебеҙҙе ололаусы ысын байрам булды!

Төркөмдөң етәксеһе Йәғәфәр Нәҙершинға һәм бөтә ижади коллективҡа ошондай ҡеүәтле, илһамландырғыс кисә бүләк иткәндәре өсөн тамашасылар исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ижади үрҙәрегеҙ бейек, юлдарығыҙ һәр ваҡыт асыҡ булһын!

Байрам сараһының юғары кимәлдә үтеүендә Өфө ауыл советы хакимиәтенең өлөшө баһалап бөтөргөһөҙ. Хакимиәт башлығы Даян Насырйән улы Кәримов артистарға үҙенең ихлас рәхмәтен белдерҙе. Ул «Тарпан» төркөмөнөң үҙенсәлекле ижадын юғары баһалап, коллективҡа артабанғы уңыштар теләне. 

Шулай уҡ Даян Насырйән улы залдағы бөтә гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотланы. Ул ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм һәр ваҡыт яҙ сәскәләре кеүек балҡып йөрөүҙәрен теләне.

Был концерт ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә күңелле һәм рухыбыҙҙы байытыусы, милли сәнғәтебеҙҙе ололаусы ысын байрам бүләге булды!

Зилә Ҡудашева, мәҙәниәт йорто мөдире.

Автор:
Читайте нас