Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Февраль , 10:50

Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»

Йыр сәнғәте йылдан-йыл тулылана бара. Һәр икенсе кеше йырлай тиһәк, бәлки, арттырыу ҙа булыр, әммә йырсылар күбәйҙе. Әлбиттә, араларында төрлөһө бар. Кемгәлер сәхнә—ваҡытлыса хобби ғына, ә кемгәлер ул—тотош тормош. Нәҡ ошо икенселәре халыҡ күңеленә тәрәнерәк үтеп инә, сөнки уларҙы дан-шөһрәт ҡыҙыҡһындырмай, ә бар булмыштары менән сәнғәт донъяһына сумып, уны нурлыраҡ, моңлораҡ, аһәңлерәк итеү өсөн көс һала. Халыҡ һәм эстрада йырҙарын берҙәй оҫта башҡарған, республика, Халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Динар Ғөбәйҙуллин да нәҡ шундайҙарҙан. Әйткәндәй, 3 мартта Сибай концерт-театр берекмәһендә уның шәхсән концерты. Ошо уңайҙан йырсы менән әңгәмәләштек.

Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»
Динар Ғөбәйҙуллин: «Йырсы булаһың тиһәләр, үпкәләй инем»

 

—Динар, үҙең менән ҡыҫҡаса та ныштыр әле? Ҡайһы яҡ егете һин?

—Мин 1989 йылдың 20 ғинуарында Баймаҡ районы Әмин ауылын да тыуғанмын. Ғаиләлә беҙ ике ба ла үҫтек, Лилиә исемле һеңлем бар. Атайым Әмир хужалыҡта агроном, мастер булып эшләне. Үкенескә ҡаршы, 2010 йылда мәрхүм булды. Гармунда бик оҫта уйнай ине, матур йырланы. Әсәйем Гөлсөм һөнәре бу йынса ашнаҡсы, ул да бик матур йыр лай. Моңға һөйөү уларҙан күскән.

—Бәләкәйҙән йырсы булырға теләй инегеҙме?

—Юҡ, мин спортты яраттым, мәктәп йылдарында еңел атлетика, саңғы буйынса ярыштарҙа призлы урындар яуланым. Шуға күрә минең баласаҡ хыялым спортсы булыу ине. Ошо теләк мине 7-се класҡа күрше Темәс мәктәбенә күсергә мәжбүр ит те. Унда спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр күберәк булды.

—Шулай ҙа мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашҡанһығыҙҙыр бит?

—Йыр-моңға маһирлығымды белеп, көсләп, этеп-төртөп тигәндәй сәхнәгә сығара торғайнылар. Сәхнәлә йырларға яратманым, инәлтеп кенә сыға инем. Ата-әсәй менән бергә ауылда, районда уҙғарылған смотрҙарҙа ҡатнашып, урындар алып йөрөнөк. Миңә йыш ҡына: «Һин ҙурайғас йырсы булырһың ул»,—ти торғайнылар. Мин быны яратмай, үпкәләп: «Юҡ, мин спортсмен бу лам!»—тип боролоп китә торғайным.

—Юрағандары юш килгән: йырсы булғанһығыҙ. нисегерәк килдегеҙ сәхнәгә?

—Атайым һабантуйҙа арҙаҡлы ауылдашыбыҙ, режиссер Вәкил Йо соповты осратҡан. Ул Сибай сәнғәт колледжындағы актерҙар курсы тураһында һөйләгән. Атайым ҡайтты ла миңә әйтә: «Улым, Вәкил Бариевич актерҙар курсына студенттар йыя, әллә бараһыңмы?»—ти. Актер һөнәре шул тиклем бер бөйөк һөнәр һымаҡ бит инде, ҡыҙыҡһынып киттем. Шу лай уйламағанда, 9-сы кластан һуң Сибай сәнғәт колледжының актерҙар бүлегенә барып эләктем. Бөгөн билдәле йырсы Иҙел Аралбаев, кино режиссер Айнур Асҡаров менән бер курста уҡыныҡ. Вәкил Барый улы Йо сопов актерлыҡ оҫталығынан һабаҡ бирһә, Джон Әхмәт улы Мусиндан өҫтәлмә рәүештә Иҙел менән вокал дәресе алдыҡ. Колледжды бөткәс, Си бай институтының музыка бүлегенә уҡырға индем. Студент саҡта уҡ фи лармонияла хеҙмәт юлын башланым. Ул саҡта Вәкил Йосопов етәкселек итә ине. Өфө филармонияһында ла бер аҙ эшләнем. Сәхнәнән китеп, пауза алып торорға ла тура килде. Өфөнө оҡшатмай, кире Сибайға ҡайттыҡ һәм 2025 йыл аҙағында йәнә Си бай концерт-театр берекмәһендә эш башланым.

—Тимәк, тәү һөнәргеҙ буйынса актерһығыҙ. Бөгөн театрҙарҙа актерҙарға ҡытлыҡ. Барырға теләк юҡмы?

—Саҡырғандары булды. Хатта Иҙел Аралбаев менән икебеҙ М.Ғафури исемендәге башҡорт академия дра ма театры ойошторған конкурс кастингты ла үткәйнек, ләкин икебеҙ ҙә барманыҡ. Йыр сәнғәте яҡыныраҡ булып сыҡты. —Йырламаған көнөгөҙ бармы?

—Бар, әлбиттә. Гелән генә йырлап йөрөп булмай. Тормош мәшәҡәттәре менән булғанда йыр ҙа, сәхнә лә оно толоп китә. Башҡа ваҡытта йырларға, яңы йырҙар өйрәнергә, белгәндәрен нығытырға тура килә.

—Сәнғәт юлынан киткәнгә үкенмәйһегеҙме?

—Юҡ, үкенмәйем. Эшем оҡшай. Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы буйынса миңә шундай миссия бирелгән икән, юҡҡа түгелдер.

—Ә бәләкәйҙән яратҡан спортҡа бөгөн урын табыламы?

—Ялҡауланмаһаң, ваҡыт табырға була. Һирәк-һаяҡ булһа ла йүгереп алам. Өйҙә гантелдәр ҙә бар, әммә етди шөғөлләнгәнем юҡ.

—Һеҙ сәхнәлә үҙегеҙҙе ипле, ыҫпай тотаһығыҙ, мәҙәни кимәлде һаҡлай беләһегеҙ. Бала саҡта ла шулай ипле инегеҙме?

—Юҡ, бик шуҡ, тиктормаҫ малай инем.

—Аҙаҡ етдиләнергә тура килгәндер. ни тиһәң дә, бөгөн һеҙ ике бала атаһы?

—Темәс мәктәбендә уҡый башлағас, параллель класта уҡыған Юлиә исемле һылыуға ғашиҡ булғайным. Дуҫлығыбыҙ оло һөйөүгә әүерелде. Сәнғәт колледжын тамамлағас, өйләнештек. Әле улыбыҙ Илнар Си бай күп профилле профессиональ колледжда уҡып йөрөй. Минең кеүек спорт ярата, олаталары һымаҡ һүрәт төшөрөүгә әүәҫ. Ҡыҙыбыҙ Камила Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡый, бейеү менән шөғөлләнә, матур йырлай ҙа.

—Бөгөнгө йәштәр еңел-елпе йырҙар йырлай, әллә һүҙҙәрен дә, көйҙәрен дә үҙҙәре яҙа инде. ни сектер мәғәнә юҡ һымаҡ. ә һеҙҙең йырҙар матур. кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?

—Йыр һайлағанда һүҙенә лә, көйөнә лә иғтибар итәм. Күңелемә ятһа ғына алам. Альфред Яҡшымбәтов, Илдус Дәүләнов, Рәдиф Зарипов, Мо рат Ғайсиндар менән эшләйем. Бөгөн йырҙар бик ҡиммәт тора.

—Сер булмаһа, күпме?

—Бер йыр 20 мең һум тирәһе, уға аранжировка эшләтһәң, йәнә 80 мең һум кәрәк.

—Ой, бигерәк ҡиммәт икән. Бер йыр 100 мең! ә нисек концерт ҡуйырға һуң? Тиҙҙән концертығыҙ бит...

—Электән репертуарымда туплан ған халыҡ, эстрада һәм ретро йырҙар бар. Концертыма килеүселәр уларҙы ишетер. Шулай уҡ яңылары ла яңғырар. Концертымда ижад таш дуҫтарым—Алина Вәхитова, Фаил Йортбәков, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре һәм «Эдельвейс» эстра да бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре һәм курсташым, дуҫым Иҙел Аралба ев ҡатнашасаҡ. —Динар, ҡулығыҙға тылсым таяғы килеп эләкһә, иң беренсе ни эшләр инегеҙ?

—Иң беренсе, әлбиттә, донъяға тыныслыҡ һорар инем. Бик күп ир егеттәр һәләк була. Улым да үҫеп килә. Уйландыра. Тыныслыҡ һәм һаулыҡ булһа, йәшәргә була.

—Бөйөк, билдәле йырсы булыу теләге юҡмы ни? —Юҡ, данға ҡыҙыҡмайым. Яҡындарым, туғандарым, ғаиләм менән бергә-бергә именлектә, һаулыҡта йәшәргә яҙһын. Булғанына шөкөр итәм.

—Динар, ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт! Зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!

Резеда Усманова әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас