—«Йәшел яулыҡ» кеүегерәк матур йыр менән эстрада донъяһына күкрәп килеп ингән Юнир һуңғы арала юғалғандай...
—Юғалыуын юғалманым, башҡа йырсылар менән концерт залдарында сығыш яһап торҙом. Бары үҙ концертымды ойоштормағанға күренмәйерәк ҡалғанмындыр. Ә популяр йырға килгәндә, «Йәшел яулыҡ», «Тәгәрәне алмалай ғүмер», «Әсәй, мине таңда уят әле» кеүек популяр йырҙарым бөгөн дә хиттар араһында. Халыҡ уларҙы яраталыр. Сөнки юбилей сараһы булһынмы, концертмы, мәжлестәрме—барыһында ла ошо йырҙарымды һорап йырлаталар. «Юлдаш» радиоһында ла минең башҡарыуҙа йырҙар йыш яңғырай.
—Әла ҡайҙа эшләйһең?
—Төп эшем Республика халыҡ ижады йортоноң «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә. Өфө ҡалаһы Кустарная урамында урынлашҡан. Күптәр уны беләлер. Элек студенттар өсөн саралар, осрашыуҙар, дискотекалар ошо бинала үтә ине. Халыҡ ижадына тоғролоҡ һаҡлап, эҙләнеүемде дауам итәм, уҡытам, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм.
—Үҙ ижадыңа ваҡыт ҡаламы?
—Ижади мөхиттә эшләгәс, бөтә мөмкинлектәр бар. «Атайсал» үҙәгендә студия ла, сәхнә лә, экран да һәм башҡаһы ижади йүнәлештә камиллашырға булышлыҡ бирә. Шуға ҡолас йәйеп рәхәтләнеп эшләйбеҙ. Һуңғы өс йылда байтаҡ яңы йырҙар яҙҙырҙым, ошо үҙәктә ике концертымды ҡуйҙым. Үҙешмәкәр, профессиональ авторҙар менән хеҙмәттәшлек итәм. Йырҙарҙың күңелемә ятҡанын һайлайым. Яңыраҡ Мөнирә Сәлимйәнова һүҙҙәренә яҡташым, баянсы, үҙешмәкәр композитор Рафаил Салихов яҙған «Атай йорто» йырын халыҡҡа тәҡдим иттек.
—Йырҙарың да, ғаиләң дә артҡан икән...
—Эйе, шөкөр, өсөнсө улыбыҙҙы ҡулға алдыҡ. Ай башында тыуғанға Айтуған тип исем ҡуштыҡ. Бәләкәсте ағалары Байрас, Ғайсар ҙа, беҙ ҙә яратабыҙ.
—Тиҙҙән Сибай халҡын һөйөндөрөргә иҫәп тотаһың?
—Өфөлә концерт ҡуйғас, тамашасылар һәр төбәккә саҡыра башланы. Күп уйланғандан һуң, йәшлек ҡалам Сибайға килергә булдым. Бында мин сәнғәт колледжында уҡыным, профессиональ белем алдым. Сибай халҡы ябай, ихлас булыуы менән оҡшай. Бында туғандарым, дуҫтарым да күп.
—Концертҡа килеүселәрҙе нимә көтә?
—Һуңғы йылдарҙа шоуҙар модаға инеп китте, йырҙарына ҡарағанда хәбәрҙәре, «тоҙһоҙ» көләмәстәре күберәк. Ә бит тамашасылар араһында ололар ҙа, балалар ҙа бар. Беҙ сәхнәлә тороп ниндәйҙер кимәлдә тәрбиә лә бирергә тейеш. Шоу һәм «һәтитә» менән йәштәрҙе тәрбиәләп булмай. Уларҙа халыҡ йырҙарына һөйөү уятыу зарур. Минең концертта эстрада, классик, ретро йырҙар буласаҡ. Йыр-моңға бай, йәнле аралашыуға ҡорлған коцертты оҡшатырҙар тип ышанам.
—Тағы ниндәй пландар бар?
—Мартта Баймаҡ ҡалаһында, майҙа Хәйбулла районында концерт буласаҡ. Учалыға ла саҡырып торалар. Ғөмүмән, план генералдарҙыҡы һымаҡ. Туҡтап ҡаламаҫҡа ине. Рухи хазинабыҙ булған халыҡ йырҙарын, ҡурай моңдарын балаларға, йәш быуынға өйрәтеп, ретро, эстрада йырҙары менән халҡыбыҙҙың күңелен байытып, уларға көс-дәрт, илһам биреп, имен-аман булып, ғаиләм-ҡәлғәм, әсәйем, яҡын туғандарым, дуҫ-иштәрем менән бергә йәшәргә теләйем. Иң мөһиме—доньялар тыныс булһын!
Резеда Усманова әңгәмәләште.
Юлай Кәримов фотоһы.