Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар , 15:35

«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында күргәҙмә ойошторҙо. Ул башҡорт халҡының мәҙәниәтен, көнкүрешен, йолаларын сағылдыра.

«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда
«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда

 

Рәсәй президенты Владимир Владимирович Путин 2026 йылды Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип иғлан итте. Указға ярашлы илебеҙҙең төрлө ауыл-ҡалаларында мәҙәни саралар башлып та китте.

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла Халыҡтар берҙәмлеге йылын асып ебәрҙе. Күрше Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына Сибай музейы фондында һаҡланған башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре, йорт йыһаздары, һауыт-һаба, музыка ҡоралдары, тире-күн, йөн эшкәртеү ҡорамалдарынан торған күргәҙмә алып барҙы. Унда йөҙгә яҡын этнография, Сибай ҡалаһының балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының  ағастан һәм кейеҙҙән эшләгән эштәрен, музей фондында һаҡланған «Ағиҙел» биҙәү-ҡулланма әйберҙәрен етештереүсе дәүләт унитар предприятиеһының заманса йыһаздарын, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Рәсәй күңеле» милли премияһы лауреаты Асия Ғәйнуллинаның кейеҙҙән эшләгән әйберҙәрен күрергә була.

Күргәҙмәне асыу сараһына ауыл халҡы, Ҡыҙыл колледжы студенттары килгән ине. Уларҙы Ҡыҙыл музейы директоры Марина Бухтоярова сәләмләне. Һуңынан Сибай музейы директоры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллинаға һүҙ бирҙеләр. Ул Ҡыҙыл музейы менән 2018 йылда үткәрелгән күргәҙмәнән башлап тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләп үтте. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенең башҡа музейҙары менән, мәҫәлән, Магнитогорск тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм «Арҡайым» Силәбе дәүләт тарихи-археологик музей-ҡурсаулығы менән хеҙмәттәшлек итеүҙәре тураһында әйтте. Альбина Зөфәр ҡыҙы Сибай ҡалаһы хәкимиәте исеменән Ҡыҙыл музейына Сибай ҡалаһының 70 йыллығына арналған фотоальбомды һәм Сибай музейында бер нисә йыл рәттән баҫтырылған «Тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары» йыйынтығын бүләк итте.

Күргәҙмәне асыуҙа оҫта ҡурайсы, Иҫке Сибай балалар сәнғәте мәктәбенең ҡурай дәресе уҡытыусыһы, ҡоролтай рәйесе Ильмир Мәхийәнов ҡатнашты. Ул килгән ҡунаҡтарға башҡорт милли музыка ҡоралы–ҡурай тураһында һөйләне, уны эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Үҙе әҙерләгән ҡурайҙа башҡорт көйҙәрен һәм дә «Катюша», «Калинка» кеүек рус көйҙәрҙе уйнап ишеттерҙе. Ҡунаҡтарҙың күҙ алдында эшләнгән ҡурайҙы Ҡыҙыл музейы фондына бүләк итеп тапшырҙы. Сараға йыйылыусыларҙың һорауҙарына ҡурайсы ихлас яуап ҡайтарҙы.

Музейға килеүселәр өсөн сағыу, үҙенсәлекле, заманса стилләштерелгән «Мираҫ» күргәҙмәһе буйынса  Сибай музейы хеҙмәткәре Рәзилә Барит ҡыҙы Ишбулатова ҡыҙыҡлы экскурсия үткәрҙе.

Башҡорт халҡы үҙенең ҡунаҡсыллығы менән дан тота. Сибай музейы хеҙмәткәрҙәре күршеләребеҙгә хуш еҫле талҡан, балалы сәк-сәк һәм шифалы буҙа алып барып, башҡорт аш-һыуынан тәмләп ҡарарға мөмкинселек бирҙе.

Әйткәндәй, Рәсәйҙең күп кенә музейҙары менән хеҙмәттәшлек итеү осоронда «Мираҫ» күргәҙмәһе быға тиклем Төмән өлкәһенең Ханты-Манси, Марий Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаларында ла эшләгән.

Сибай музейы йылға ҙур пландар ҡора, шуларҙың береһе—быйыл көҙ Көньяҡ Урал дәүләт тарихи музейының Силәбе өлкәһе халыҡтарына арналған күргәҙмә проекты партнёры булып сығыш яһау, әле күргәҙмә өсөн экспонаттар йыйыла.

Күрше өлкәнең Ҡыҙыл ауылы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн булдырылған «Мираҫ» күргәҙмәһе февраль аҙағынаса эшләйәсәк.

 

 

 

Зөбәржәт Ҡоломбәтова.

«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда
«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда
«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда
«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда
«Мираҫ» күргәҙмәһе —Ҡыҙылда
Автор:
Читайте нас