Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2025, 09:40

Талантлы балалар ауылда ла күп

    Йылайыр районының Йылайыр ауылының балалар сәнғәт мәктәбе коллективы йәш белгес менән тулыланған. Ошо мәктәптә өҫтәмә музыкаль белем алған Гөлдәр Ришат ҡыҙы Түләшева Салауат музыка колледжын тамамлап, «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһына ярашлы эшкә ҡайтҡан. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов яҙҙы. -Яҡташыбыҙҙың туған яғына эшкә ҡайтып, төбәктә мәҙәниәтте үҫтереүгә һәм балаларға музыкаль белем бирергә ҡарар итеүе бик хуп. Гөлдәр Ришат ҡыҙы уҡыусыларҙы музыкаль инструментта--фортепьянола уйнарға өйрәтеп кенә ҡалмай, сәнғәтте тойған, аңлаған шәхестәр үҫтереү өсөн бөтә тырышлығын һала,--тип яҙа Борис Николаевич.

Талантлы балалар ауылда ла күп
Талантлы балалар ауылда ла күп

 

 

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уға ярашлы, ауыл еренә эшкә барған йәш белгестәргә торлаҡ йә машина һатып алырға ярҙам йөҙөнән аҡса бүленә.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2021–2024 йылдарҙа был дәүләт ярҙамын 150 белгес алған. Бирелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 105 миллион һум тәшкил иткән. 2021-2022 йылдарҙа финанс ярҙамы 500 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылда уның суммаһы арттырылып, бер миллион һумға барып етте.

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы проекты ауылда мәҙәни кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә ярайһы булышлыҡ ҡыла. Был балаларға төрлө сәнғәт төрҙәре буйынса талантын асырға ярҙамлашҡан уҡытыусылар килеүендә генә сағылмай. Программа үҫеп килеүсе быуындың, йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен асырға, үҫеүҙәренә булышлыҡ итергә, уңыштарға өлгәшергә ынтылыш уятырға ла этәрә. Тағы бер өҫтөнлөгө--проектта ҡатнашыу шарттарына ярашлы, балалар һәм йәштәр, өлкәндәр өсөн яңы ижади коллективтар ҙа булдырыла.

«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы талантлы йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыу арҡылы эштең һөҙөмтәлелеген дә арттыра. Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект уңышлылығының сағыу күрһәткесе--уның федераль кимәлдә лә танылыуында. Быйылдан башлап «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» проекты тотош Рәсәйҙә эшләй башланы. Башҡортостанда 2024 йыл өсөн финанс ярҙамы алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре буйынса түбәндәге һандар күпте һөйләй. Бер миллион һум аҡса 30 белгескә бирелгән. Улар 28 муниципаль һәм ике дәүләт мәҙәниәт учреждениеһында эшләй. Уртаса йәштәре--29, ә ике иң йәш белгескә--21 йәш.

-Ауылда мәҙәни тормошто йәнләндереү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк, һәм әлеге проект тап ошо бурысты атҡарырға булышлыҡ ҡыла. Финанс ярҙамы алыу йәшерәк мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡала, ҙур ҡасабаларҙы ғына эш урыны итеп ҡарамайынса, төпкөлгәрәк килеп эшләй башларға әйҙәй. Бында ла талантлы балалар, дәртле, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр күп, уларҙың оҫталығын асып, үҫтереп, ауылда мәҙәни тормошто йәнләндерергә, матур һөҙөмтәләргә өлгәшергә була. Республика етәкселегенә ошондай кәрәкле программаны башлап ебәргәндәре, йәштәргә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт!—ти Гөлдәр Ришат ҡыҙы Түләшева.

Мәҙинә Мансурова.

 

 

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас