Хисмәт ҡайтты... Хисмәтулла Дәүләтов. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Һыбай ҡайтманы ул, текә тимер атта ла, хатта ки даны менән дә ҡайтманы – тик үҙенә генә хас моңо менән ҡайтты.Үҙе яҙған йырҙары, ихласлығы менән ҡайтты. Тыуған ауылы Хәлилдә үткән, уның хәтҽрҽнә арналған район йыр конкурсында ҡатнашҡандар һәм тамаша ҡылғандар был мөғжизәне һис шикһеҙ тойғандыр. Шулай булмаһа, композитор хөрмәтенә уның йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе шул хәтлем иҫ китмәле үтмәҫ ине. Ул бит үҙешмәкәр композитор ғына, тиер ҡай берәүҙәр. Булһын. Һеҙ берәй үҙешмәкәр шағирҙы беләһегеҙме? Хисмәтулла Дәүләтов та, һүҙҙәрен үҙе яҙмаһа ла, үҙ йырҙарының шағиры, ҙур актерлыҡ оҫталығы менән башҡарыусы автор-композитор ине. Бар ижади ғүмерен Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына бағышлаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хисмәтулла Дәүләтовтың был өлкәләге эшмәкәрлеге тураһында айырым һөйләр кәрәк, әле һүҙ уның турала хәтерҙе мәңгеләштергән моңо хаҡында, сөнки иҫән сағында ул тик моңлолар араһында ғына популяр булды, исем-шәрифе алдына билдәле һүҙе йәбешмәне. Әммә үҙе йырҙары менән бихисап йырсыға популяр, билдәле булырға юл асты, сөнки йырҙары үҙенсәлекле ине, моңдан туҡылғайны. Ул ижад емештәре менән кәсеп итмәне, һатыулашманы, бушлай таратты. Хисмәтулла Дәүләтовтың был был матур сифатын бәйгенең жюри ағзалары Башҡортостандың халыҡ артисы Альберт Салауатов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рөстәм Хәсәнов һәм Баязит Байназаровтар ҙа билдәләп үтте. Бөгөнгө көндә күптәрҙең яһалма интеллектҡа таянып, йырҙар яҙыуына, былай бармай, яһалмалыҡҡа атланып ҡайтып булмай, моңға сорналып ҡына ҡайтып була, тип аңлатырға ҡайтты Хисмәт. Киләсәктә был бәйге республика кимәленә күтәрелеп, тыуған ауылына йыл да ҡайтһын, тип өмөт итәйек.
Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.