Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2025, 11:20

«Моң академигы» йәнә тамашасыларын йыйҙы

«Кешегә ғүмер итеү өсөн һыу-һауанан, уттан-ерҙән ҡала иң кәрәкле шарттарҙың береһе—моң. Моң кешене елкендерә, илһамландыра, дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя, һағыш уята, сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫир итә... Моң рухландырыусы, күңелдәрҙе берләштереүсе көскә эйә»,—тип яҙа Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм Бураҡаева. Был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Арабыҙҙа үҙ ғүмерендә берҙе лә концертҡа бармаған кеше булһа барҙыр, әммә йыр тыңламағандар юҡтыр. Электән йыр-моң һәр кемдең юлдашы, серҙәше булған. Яуҙа ла йырҙы, ҡурайҙы ташламайҙар, мәжлес-табындарҙа ла көй-моңһоҙ булмай. Хатта көндәлек тормошта ла һәр кем үҙенсә генә моңланып йөрөй. Башҡа милләттә нисектер, ә бына йыр-моң башҡорттарҙың ҡанында. Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин бер мәл былай тигәйне: «Беҙҙең һәләт башҡортлоҡтан. Башҡорт балаһы моңһоҙ булмай. Йә ул йырсы, йә ул сәсән, йә ул бейеүсе, йә ҡурайсы». Ысынлап та, был шулай. Быны ғалим-эколог, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының фәндәр Академияһы академигы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков миҫалында ла дәлилләргә була. Шундай етди юлды—фән юлын һайлаған ғалим бәләкәйҙән моңға ғашиҡ булып үҫә. 5-6 йәшендә генә күрше ағайҙың гармунын «сәлдереп» мунсала уйнап йөрөй ул. Үҫкәс юғары белем алып, фәнни эшмәкәрлеккә, студенттар уҡытыуға ғүмерен бағышлаһа ла гармундан һис айырылмай. Бер интервьюһында: «Машинамдың багажнигында ла баян йөрөтәм, эш бүлмәһендә береһе ултыра» ,—тигәйне. Ошо ғына ла уның ни тиклем моңға ғашиҡлығын әйтә.

 

Ғалим йәш саҡтан шиғырҙарға көйҙәр яҙған, әммә уны халыҡҡа сығара һалмаған. Һуңғы йылдарҙа уның Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова, Таңһылыу Вәлиева, Мотал Рәмов, Миләүшә Ҡыҙрасова һәм башҡаларҙың шиғырына яҙылған матур йырҙары популяр булып китте. Уларҙы Рәмил һәм Радмир Туйсин, Флүрә Туйсина, Рауил Харрасов, Ғаяз Ғәйетбаев, Алһыу Бәхтиева, Зәриә Рысмөхәмәтова, Азат Исҡужин һәм Сибай институтында Йәлил Һөйөндөков етәкселегендәге «Йәншишмә» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле башҡара.

Апрель айында Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институныда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йәлил Һөйөндөков ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусыларҙың береһе Рәмил Туйсиндың проекты һәм режиссерлығында ғалимдың ижадына арналған концерт ҡуйылғайны. Унда үҙенсәлекле, халыҡсан тамашаны киңерәк кимәлгә сығарыуҙарын да һорағайныҡ. Әле килеп үтенес үтәлде. 23 октябрҙә—Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә, 24 октябрҙә Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә гөрләп концерт үтте. Әйтергә кәрәк, ике көндә лә зал шығрым тулы булды һәм унда көслө алҡыштар оҙаҡ тынманы. Концертта Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Алһыу Бәхтиева, Флүрә Туйсина, Азат Исҡужин, Баймаҡтан Дилбәр һәм Хәлил Биктимеровтар, шағирәләр Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова, Миләүшә Ҡыҙрасова ҡатнашты. Халыҡсан йырҙар, матур шиғырҙар тамашасыларҙың күңеленә ятты.

Һуңғы йылдарҙа халыҡ уттары мең төҫтә балҡыған, йырсы тауышын аппаратура тауышы ҡаплаған шоуҙарға өҫтөнлөк биреп киткәйне, әле килеп халыҡсанлыҡҡа, ябайлыҡҡа ынтыла. Мәҙәни кимәлле сараларҙы мәҙәни кимәлле тамашасылар үҙ итеүе ғәжәп түгел. Зал тултырып килгәндәр икән, тимәк, ошондай кимәлле замандаштарыбыҙ булыуына ҡыуанырға һәм киләсәктә уларҙың артыуына өмөт итергә кәрәк.

Ғалим, һәүәҫкәр композитор Йәлил Төхвәт улының йырҙарынан торған концерт-проектты республика кимәлендә лә күрербеҙ, тип ышанабыҙ һәм проект авторына уңыштар теләйбеҙ!

 

 

 

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас