Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Октябрь 2025, 19:25

Бейеүҙә халыҡтың йәне

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы мәктәбендә Башҡортостандың милли бейеү көнөнә арналған бейеү байрамы үтте.

Бейеүҙә халыҡтың йәне
Бейеүҙә халыҡтың йәне

 

 

"Бейеүҙә халыҡтың йәне" тип аталған сара башҡорт мәҙәниәтенең үҙенсәлекле донъяһына битараф булмағандарҙы бергә йыйҙы.
Сәхнәлә талантлы коллективтар: район мәҙәниәт йорто, "Хәйбулла", "Сиҙәм", "Смайл" хореография ансамблдәре, Шулай уҡ "Ынйылар" һәм "Хазина"ансамблдәре сығыш яһаны. Һәр сығыш башҡорт халҡының күп быуатлыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырҙы. Тамашасылар классик халыҡ постановкаларын да, уларҙың заманса варианттарын да ҡарай алды.
Был концерт бөтә тамашасыларҙа ла башҡорт мәҙәниәте байлығы хаҡында сағыу хәтирәләр ҡалдырҙы.

Бейеүҙә халыҡтың йәне
Бейеүҙә халыҡтың йәне
Бейеүҙә халыҡтың йәне
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас