Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Октябрь 2025, 23:30

Самат башҡорт рухын бейеү аша тарата!

Хәйбулла районының Аҡъяр сәнғәт мәктәбе хореографы «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә 1 миллион һум алғанБейеүсе — һөнәр түгел, ул тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләт, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Халҡыбыҙҙың талантлы бейеүселәренә ҡарап, был һүҙҙәрҙә ысынлап та хаҡлыҡ барҙыр тигән фекергә киләһең. Эйе, арабыҙҙа бейеүгә ғашиҡ йәндәр байтаҡ. Шуларҙың береһе – Аҡъяр ауылы егете Самат Ишемғолов.

Самат башҡорт рухын бейеү аша тарата!
Самат башҡорт рухын бейеү аша тарата!

 
Самат 1-се класта уҡый башлағанда уҡ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге сәнғәт мәктәбенең бейеү бүлегендә шөғөлләнә башлай. Үҫә килә район мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Сиҙәм» халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында төрлө мәҙәни сараларҙа, ижади бәйгеләрҙә сығыш яһай. Шул мәлдәрҙән үк ул артабанғы тормошон бейеү сәнғәте менән бәйләргә хыяллана башлай.
 
—Бала саҡтан бейергә яраттым. «Сиҙәм» ансамбле составында сығыш яһай башлағас, тормошомдо бейеү менән бәйләргә ҡарар иттем. 9-сы кластан һуң Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында белем алдым. Хәҙер бейеү – ул минең булмышым, йәшәү рәүешем тип ауыҙ тултырып әйтә алам, — тип әңгәмәне башланы Самат Сәлих улы.
 
Ҡулына диплом алған йәш белгесте әрме хеҙмәтенә саҡырғастар, ул Һамар өлкәһендә урынлашҡан мотоуҡсылар ғәскәрҙәре часында хәрби бурысын үтәй. Тыуған яғына ҡайтҡас, хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү театрына эшкә урынлаша. Унда бейеүсе булып 10 йылдан ашыу эшләп, Стәрлетамаҡтың ғына түгел, башҡа район-ҡалаларҙың сәхнәләрен дер һелкетеп, милләтебеҙҙең йөҙөн күрһәтеп, халҡыбыҙҙың шөһрәтен күтәргән ул. Белемен камилаштырыу маҡсатында ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының хореография һәм музыка факультетын тамамлаған.
 
—Уҙған йылда тыуған районым Хәйбуллама ҡайттым һәм сәнғәт мәктәбендә хореограф булып эшләй башланым. Бейеү сәнғәтенә төшөндөрөү еңел түгел, әммә балаларҙа бейеү һәләтен асырға тырышам. Уҡыусының бейеү менән шөғөлләнергә теләге көслө икән – ул өйрәнә, оҫтара ала. Әгәр быға талант та ҡушыла икән, ул тағы ла юғары үрҙәргә үрләргә мөмкин. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк – хәҙерге заман балалары һөйләшеүҙәре, ғәҙәттәре, үҙҙәрен тотоуҙары менән элекке быуындарҙан ҡырҡа айырыла. Ә хореография фәне әле лә шул элекке замандарҙағы методикаларҙа нигеҙләнгән, — тигән фекере менән дә уртаҡлашты хореограф.
 
Быйыл Ҡазан ҡалаһында уҙған «Ҡазан таҫтамалы» X халыҡ-ара халыҡ йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсында Самат Ишемғолов етәкләгән «Йондоҙсоҡ» өлгөлө балалар хореография ансамбле Гран-приға лайыҡ булды
Быйыл Ҡазан ҡалаһында уҙған «Ҡазан таҫтамалы» X халыҡ-ара халыҡ йыр-бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсында Самат Ишемғолов етәкләгән «Йондоҙсоҡ» өлгөлө балалар хореография ансамбле Гран-приға лайыҡ булды
Сер түгел, хәҙер йәштәр бөгөн ҡалаға ынтыла — ә йәш белгестәр районға ҡайтырға ашыҡмай. Мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар менән проблеманы хәл итеү маҡсатында 2021 йылда республикала «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы булдырылды. 2024 йылдың декабрендә ошо программа ярҙамында 30 белгес 1-әр миллион һум түләү алып, торлаҡ шарттарын яҡшыртты йәки автомобиль һатып алды. Улар араһында мәҡәлә геройы Самат Ишемғолов та бар.
 
—«Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» – йәштәр өсөн дә, районға кәрәкле кадрҙарҙы йәлеп итеү дә өсөн бик яҡшы программа. Ошо программала ҡатнашырға тәҡдим иткәстәр, ғариза биреп, документтар йыйҙыҡ. Һөҙөмтәлә ошо республика программаһы буйынса 1 миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булдым һәм үҙемдең хыялымды тормошҡа ашырҙым. Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙе шулай дәртләндереүҙәре һәм ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәтлемен, – ти Самат Сәлих улы.
 
Эйе, бейеүселәр күп булһа ла, үҙҙәре белгәнде йәш быуынға өйрәтергә, тормоштарын ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләүселәр һирәк. Ир-аттар араһында бигерәк тә. Самат кеүектәрҙе хатта тотош республика буйлап һанап ҡараһаң, бер нисә генә бөртөктөр. Башҡорт рухын бейеү аша таратҡан йәш хореографҡа эшендә ижади уңыштар, яңы үрҙәр, сағыу бейеүҙәр ҡуйыуын теләп ҡалабыҙ.
 
Илүзә Кәримова, район мәҙәниәт йорто директоры:
 
–Уҙған йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы сиктәрендә Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Самат Ишемғоловҡа 1 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Ә быға тиклем ошо программа ярҙамында ике йәш белгесебеҙ – ҡурайсы Рифат Күскилдин һәм йырсы Мария Голубцова 500 мең һум күләмендә түләүҙәр алды. 2023 йылдан субсидия күләме ике тапҡырға артты һәм бер миллион һум тәшкил итте. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2025 йылда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» федераль программаһы старт аласағын хәбәр итеүенә бик шатландыҡ. Сөнки был районыбыҙға йәш белгестәрҙе йәлеп итергә һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк – ә был өлкәлә хәҙер йәш хеҙмәткәрҙәр етмәй. Беҙ райондың мәҙәниәтен күтәрергә ярҙам итәсәк йәш белгестәрҙе көтәбеҙ.
Әйткәндәй:
 
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2025 йылдан илдә «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһын башлауҙары тураһында иғлан иткәйне, уның буйынса ауылға эшкә килгән йәш белгестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға түләүҙәр ала аласаҡ. Ә бына Башҡортостанда бындай программа 2021 йылдан эшләй. Бының өсөн республика бюджетынан дөйөм алғанда 105 миллион һум бүленгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бәләкәй эш хаҡы алған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы бик мөһим. Дәүләт ярҙамы ауыл ерендә эшләгән махсус белемле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм балалар сәнғәт, хореография мәктәптәрендә эшләүсе педагогик белемле кешеләргә иҫәпләнгән. 2021 йылдан 2022 йылға тиклем субсидия суммаһы 500 мең һум тәшкил итә, 2023 йылда сумма 1 миллион һумға тиклем арттырыла. 2021—2024 йылдарҙа «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ярҙамында 150 белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан йәки автомобиль һатып алған. Ярҙам алыусылар араһында хәйбуллалар ҙа бар. Беҙҙең районда был субсидияға район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Мария Голубцова, Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары Рифат Күскилдин һәм Самат Ишемғолов лайыҡ булды.
 
Автор: Раян Атанбаев
 
 
Автор:
Читайте нас