Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Октябрь 2025, 15:15

«Гөлнәзирә»ләр матур баҫа!

Мерәҫ ауылының «Гөлнәзирә»ләре беренсе урын алды! Афарин!

«Гөлнәзирә»ләр матур баҫа!
«Гөлнәзирә»ләр матур баҫа!


30 сентябрҙә Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында өлкән йәштәгеләрҙең ижадына арналған «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең гала - концерт үтте. 14- се тапҡыр ойошторолған фестиваль быйыл Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды.

 

Һайлап алыу зона этабында Баймаҡ районынан ижади коллективтар ҙа ҡатнашты. Финалға Мерәҫ АУЫЛ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТОНОҢ "Гөлнәзирә" бейеү коллективы сыҡты (етәксеһе Дауытбаева Айһылыу Мөхәммәт ҡыҙы) һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды!
"Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ һәм еңеүегеҙ – яратҡан эшегеҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн йәш кәртә булмауының сағыу миҫалы. Һеҙ үҙ оҫталығығыҙҙы иҫбатланығыҙ, күптәрҙе рухландырҙығыҙ һәм сәләмәт йәшәү рәүеше һәм камиллыҡҡа ынтылыш өлгөһө күрһәттегеҙ. Лайыҡлы награда менән ҡотлайым! Һеҙгә дәрт-дарманды юғалтмаҫҡа, тамашасыларҙы үҙ сәнғәтегеҙ менән ҡыуандырыуығыҙҙы дауам итергә һәм таланттарығыҙҙың яңы офоҡтарын асыуығыҙҙы теләйем!" - тине үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.


Ҡатнашыусыларҙы еңеү менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, именлек, ижади хеҙмәт, илһам һәм яңы уртаҡ ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

 

РАФИҒА ҒАЗИНА.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас