Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Сентябрь 2025, 17:10

Афарин, «Түңгәүер»!

Хәйбулла ҡурайсылары уңыш яуланы

Афарин, «Түңгәүер»!
Афарин, «Түңгәүер»!

Хәйбулла районының "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ конкурсында үҙенең оҫталығын күрһәтте.

Был мөһим сара күренекле сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә һәм уның 75 йыллығына арналды. Сара Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында үтте, унда 200-ҙән ашыу талантлы музыкант йыйылды. Ҡатнашыусылар ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа һәм думбырала уйнау оҫталығын күрһәтте.

Конкурсҡа 70-кә яҡын ғариза килгән. Моң бәйгеһендә Сибай, Салауат, Күмертау, Өфө, Мәләүез һәм Ишембай ҡалаларын һәм башҡа яҡтарҙан ҡатнашалар. Ярыш өс йәш категорияһында үтә, ә башҡарыусылар үҙешмәкәр һәм профессиональ коллективтарға бүленә. Сығыштарҙы абруйлы жюри баһалай, уның составына республиканың билдәле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ингән. "Түңгәүер" халыҡ ҡурайсылар ансамбле II урын алды. Ансамбль солистары шулай уҡ юғары уңыштарға өлгәшә: Рифат Күскилдин —өсөнсө, Вилдан Ишемғолов икенсе урын ала. Ә Нәзиф Ишемғужин «Иң оло ҡатнашыусы» номинацияһында еңә. Афарин! Ҡотлайбыҙ!

 

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас