Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Сентябрь 2025, 09:10

Уйна, гармун!

Подольск ауылына гармунсылар йыйылды.

Уйна, гармун!
Уйна, гармун!

Хәйбулла районы Подольск ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Бикйән Шәйәхмәтов исеменә «Уйна, гармун» асыҡ район конкурсы үтте. Моң байрамына Баймаҡ, Йылайыр райондарынан да һәләтлеләр ҡушылды.

1958 йылда Ҡолсора ауылында тыуған Бикйән Шәйәхмәтовтең исеме төбәктең мәҙәни тарихына уйып яҙылған. Ул «Сиҙәм» бейеү ансамбленә, «Ҡош юлы» фольклор ансамбленә йөрөй, шул ваҡытта аккомпаниатор һәм Подольск ауылының мәҙәниәт йортонда 1980 йылдан 2016 йылғаса директор була.

Уның иҫтәлегенә уҙғарылған конкурс бик йылы шарттарҙа үтә. Ҡатнашыусылар халыҡ ижадының тәрәнлеген күрһәткән моңдарҙы, илһөйәрлек менән һуғарылған йырҙары тамашасыларға еткерә.

Конкурста 15 йәшкә тиклемгеләр араһында Бүребайҙан Нурислам Азаматов, Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан Ғәзим Вәхитов беренсе урын яулай.

Ансамблдәр араһында Баймаҡ районынан «Еҙ төймә» ансамбленә етеүсе булмай.

36-55 йәшлектәр араһында Нур Абдуллин (Сәғит ауылы), 55 йәштән ололар араһында Анатолий Панченко (Татыр-Үҙәк) һәм Рәсүл Әбүбәкиров (Баймаҡ районы Ишмөхәмәт аулы) беренселеккә сыға. Ә Гран-при Садовый ауылынан 74 йәшлек Ишемғолов Нәзиф Харис улына бирелә.

Уйна, гармун!
Уйна, гармун!
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас