Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Август 2025, 08:50

Йәш көстәр өҫтәлде

Бер төркөм артистар яҡын арала Бөрйән районы буйлап гастролгә сығасаҡ, икенсе төркөм Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында спектаклдәр күрһәтәсәк. Тағы бер ҡыуаныслы хәбәр: мәҙәниәт усағына быйыл ғына Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлап, алты йәш артист—Аделина Ҡарабаева, Фидәлиә Ҡоҙабаева, Ынйы Шәйхетдинова, Илназ Ҡотлозаманов, Лидар Ҡасимов, Рәсилә Тәңребирҙина эшкә килде.Ҡыҙҙар-егеттәр 4 йыл дауамында бергә уҡыған. 12 кешенән торған төркөмдө актер оҫталығы предметынан театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин уҡытҡан. Шуларҙың 6-ауһы уның ҡулы аҫтында эш башлаған. Уларҙың барыһы ла студент саҡтан театрҙа эшләп ҡарап, массовкаларҙа уйнаған, хатта репертуарҙағы спекталдәрҙә бәләкәй ролдәрҙе лә башҡарған. Әйткәндәй, Аделина Ҡарабаева, Фидәлиә Ҡоҙабаева, Ынйы Шәйхетдинова уҡыу йортон “ҡыҙыл” дипломға тамамлаған.

Йәш көстәр өҫтәлде
Йәш көстәр өҫтәлде

 

 

Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге дәүләт башҡорт драма театры бинаһында капиталь ремонт дауам итә. «Оҙон һәм әүҙем ғүмер» милли проекты сиктәрендә уҙғарылған ремонт эштәренә федераль һәм республика бюджетынан 85,6 миллион һум аҡса бүленеүен хәбәр иткәйнек. Әлеге көндә мәҙәниәт усағының бинаһын тышҡы яҡтан төҙөкләндереү эштәре йылдам бара. Театрҙы тулыһынса яңыртыуға 2 йылға яҡын ваҡыт китәсәк.

Театр хеҙмәткәрҙәре ошо көндәрҙә йәйге ялдарын уңышлы үткәреп, ең һыҙғанып эшкә тотондо.

Бер төркөм артистар яҡын арала Бөрйән районы буйлап гастролгә сығасаҡ, икенсе төркөм Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында спектаклдәр күрһәтәсәк. Тағы бер ҡыуаныслы хәбәр: мәҙәниәт усағына быйыл ғына Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлап, алты йәш артист—Аделина Ҡарабаева, Фидәлиә Ҡоҙабаева, Ынйы Шәйхетдинова, Илназ Ҡотлозаманов, Лидар Ҡасимов, Рәсилә Тәңребирҙина эшкә килде.Ҡыҙҙар-егеттәр 4 йыл дауамында бергә уҡыған. 12 кешенән торған төркөмдө актер оҫталығы предметынан театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин уҡытҡан. Шуларҙың 6-ауһы уның ҡулы аҫтында эш башлаған. Уларҙың барыһы ла студент саҡтан театрҙа эшләп ҡарап, массовкаларҙа уйнаған, хатта репертуарҙағы спекталдәрҙә бәләкәй ролдәрҙе лә башҡарған. Әйткәндәй, Аделина Ҡарабаева, Фидәлиә Ҡоҙабаева, Ынйы Шәйхетдинова уҡыу йортон “ҡыҙыл” дипломға тамамлаған.

Аделина Ҡарабаева Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан. Сибәр, үткер ҡыҙ үҙен иркен тотоп, коллегалары менән ихлас аралаша. Фидәлиә Ҡоҙабаева иһә Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән. Балалар сәнғәт мәктәбендә Акилова Айһылыу класында шөғөлләнгән. 6-сы кластан актриса булырға ҡарар иткән.

Рәсилә Таңребирҙина Баймаҡ районының Йомаш ауылы ҡыҙы. Баймаҡ лицей-интернатын тамамлаған. Ул Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында эшләп бер аҙ тәжрибә туплаған. Ул шулай уҡ блогер, инстаграмда үҙ сәхифәһен алып бара.

Ҡотлозаманов Илназ Архангель районының Абзан аулында тыуған. Ауылында “Өмөт” халыҡ театрында уйнаған. Башта ул лингвист булырға теләп, 2,5 йыл ярым ваҡыт арауығында инглиз телен үҙаллы үҙләштерә. Әммә юлдар уны Сибай сәнғәт колледжына алып килә. Егет гитарала, саксофонда уйнай. Киләсәктә үҙен режиссер итеп күрә.

Лидар Ҡасимов Әбйәлил районының Хәмит ауылынан. Мәктәптә уҡыған саҡтан сәхнәнән төшмәй. Сараларҙы алып барыусы ла була, йырлай ҙа, бейей ҙә. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, гитарала уйнай.

Ынйы Шәйхетдинова Сибай ҡалаһы ҡыҙы. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем алған. Һүрәтте оҫта төшөргән ҡыҙ балалар һынлы сәнғәт мәктәбен тамамлаған. -Сәнғәт колледжында уҡыу мине төрлө яҡлап асты,--ти ул. Киләсәктә Өфө сәнғәт институтында юғары белем алырға хыяллана.

 

 

Хеҙмәт юлын яңы башлаған йәштәргә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашһын!

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас