АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
18 Июль 2025, 07:45

«Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбленә 35 йыл

  Йәмле Урғаҙа буйында тауҙар теҙмәһенә һыйынып ултырған Баймаҡ районының Байыш ауылында эшһөйәр, дәртле, талантлы, халҡыбыҙҙың үткәненә, рухи хазиналарына битараф булмаған кешеләр йәшәй. Улар ошо гүзәл тәбиғәтле матур ерҙә үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән тыуған илдең ҡеүәтен көсәйтеү, районыбыҙҙың бар яҡлап үҫешенә тос өлөш индереү өсөн тырышып эшләгәндәр һәм эшләйҙәр. Ауылдаштарым эшкә генә түгел, йыр моңға, бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауға ла иҫ киткес һәләтле булыуҙары менән айырылып тора. Байыш ауылының йөҙөк ҡашы булған «Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамблен Бөйөк Еңеүҙең 45 йыллығына арналған смотрға әҙерләнгәндә ойоштороп ебәргәйнем. Ул саҡта районда фольклор ансамблдәре бик һирәк ине. «Иҫтәлек»тең тәүге ағзалары--Ғәйниямал Рәхмәтуллина, Хәҙисә, Фәтхиә Кәримовалар, Гөлсирә Ҡыҙырбәкова, Байрамбикә Таштимерова, Мәрйәм Рәсүлева, Фәриҙә Иблиәминева, Факиһа Ҡансурина-Таштимерова, баянсыбыҙ Рафаэль Ласынов булды. Еңәүгә арналған смотрҙа башҡа концерт номерҙары менән берҙәй уңышлы сығыш яһап, ансамбль тамашасылар һөйөүен яуланы.

«Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбленә 35 йыл«Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбленә 35 йыл
«Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбленә 35 йыл

 

Артабан ансамблгә Хәкимә Ласынова, Ҡунаҡбикә Дәүләтбаева, Таңһылыу Ҡолмөхәмәтова, Флүрә Иҫәнова апайҙар килде. Уларҙың барыһы ла хужалыҡта һауынсы булып эшләйҙәр ине. Ғөмүмән, ансамблдә төрлө һөнәр эйәләре--уҡытыусылар, быҙау ҡараусылар, һауынсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре шөғөлләнде. Эштәренең ауыр, ғаиләләренең ишле булыуҙарына ҡарамаҫтан, ансамблгә ихлас йөрөнөләр. «Иҫтәлек»тәр 1992 йылда совхоз күләмендә үткән сараларҙа, ауылда ойошторолғандарында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең дәртле матур сығыштары менән тамашасыларҙың күңелен яулағаны өсөн ул ваҡытта ҡиммәтле булған 2 кассеталы магнитофон менән бүләкләнде.

Ансамбль 1998 йылда төбәк-ара фольклор конкурсында «Ҡаҙ өмәһе»н сәхнәләштереп, гран-при алды. Бында йәштәрҙе лә йәлеп иттек. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре--Гөлсинә Әлибәкова, Гөлнәзирә Ибраһимова, китапханасы Наилә Сөләймәнова, һауынсы Гөлсирә Вәлиева, «Урғаҙа» мәҙәниәт йортоноң (ул саҡта шулай атала ине) художество етәксеһе Динә Юлыева, баянсы Рафаэль Ласыновтар «Ҡаҙ өмәһе» уңышлы килеп сығыуға тос өлөш индерҙе. «Иҫтәлек»тәр йола күрһәткәндә халҡыбыҙҙың боронғо, онотолоп барған йолаларын, йыр-бейеүҙәрен йәш быуынға еткереү, милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙы төп бурыс итеп ҡуйҙы.

Ваҡыт үтеү менән ансамбль тулыланып торҙо, ололарҙы Фәриҙә Ҡолмөхәмәтова, Мәҙинә Вәлиева, Ғәбиҙә Йәнтилина, Әнисә Юлыева, Фәниә Шәйәхмәтова, Әлфиә Кәримова, Зифа Минишева, Тәнзилә Йәнбәкова, Әлифә Ҡолмөхәмәтова, Нурзиә Абдуллина, Зилә Сөләймәнова, Эльвира һәм Зәлифә Хәсәновалар, Рәйсә Мостафина, Миңзифа Һибәтуллина, Гөлназ Рәхимова, Әлифә Ласынова, Гөлсиә Ибраһимова, Айгөл Вәлиевалар алыштырҙы.

«Иҫтәлек»тәрҙең һәр сығышын баянсыларыбыҙ Рафаэль, Радик, Мөҙәрис Ласыновтар, Кирам Сөләймәнов, Өлфәт Вәлиев, Сабир Зәйнуллин, ҡурайсылар--Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ташбулат Дәүләтшин, Айбулат, Батыр Дәүләтшиндар, Нәзир Юлыев, Фәнис Вәлиевтар биҙәне. Сәхнә күрке булған «Иҫтәлек»тәр ауылда ғына түгел, район, республика күләмендә үткән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашып призлы урындар алыуға өлгәште.

Яулаған гран-приҙар, призлы урындар, дипломдар--һанай китһәң улар бик күп. Ансамбль ағзаларыхалыҡ йырҙарына, милли уйындарына, мөнәжәттәренә, таҡмаҡтарына, бейеүҙәренә һөйөү уятыу өсөн бик күп көс һалды һәм әле лә ошо юҫыҡта эштәрен уңышлы алып бара. 2012 йылда онотолоп барған «Орсоҡ өмәһен» сәхнәләштереп, Баймаҡ телевидениеһы аша район халҡына күрһәтте. «Иҫтәлек» фольклор ансамбле тураһында «Юлдаш» радиоһының «Атайсал» программаһында матур тапшырыу әҙерләнде. «Иҫтәлек»тәр ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманы ла, ниндәй генә дәрәжәле ҡунаҡтарҙы ҡаршыламаны! Баймаҡ районы, Сибай ҡалаһы һабантуйҙарында тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовты һәм башҡа күп кенә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, тамашасыларҙы үҙҙәренең дәртле таҡмаҡтары, бейеүҙәре менән һоҡландырҙы. Хәйриә концерттары менән Түбә, Аҡморон ҡарттар йорттарында ла булдыҡ. Баймаҡ районы ғына түгел, Хәйбулла районы ауылдарында ла концерт ҡуйып, тамашасыларға матур ял бүләк иттек. «Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбле маҡтаулы исемдәр, дәрәжә артынан ҡыуманыҡ, беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк--тамашасылар һөйөүе, ихлас алҡыштар булды. Ансамбль 2015 йылда «Йылайыр» ауыл биләмәһе Урғаҙа ауылында уҙған төбәк-ара «Звонкое чудо-частушка» таҡмаҡтар конкурсында 2-се урын, Баймаҡта Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрамда район фольклор коллективтары араһында үткән таҡмаҡтар конкурсында гран-приға лайыҡ булды. Темәстә үткән «Таҡмаҡ бәйгеһе -2016» башҡорт таҡмаҡтары республика фестивалендә «Иң позитив таҡмаҡсылар», 2020 йылда республика онлайн «Таҡмаҡфест» конкурсында «Иң музыкаль коллектив» номинацияларында билдәләнде. 2017 йылда Темәс ауылында «Башҡорт бауырһағы» республика милли байрамы сиктәрендә үткән фольклор коллективтар конкурсында хаҡлы рәүештә 2-се урын алды. «Иҫтәлек»тәр 2017 йылда «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика халыҡ ижады фестивалендә «Халыҡ ансамбле» исеменә лайыҡ булды. Ул исемде өс йылдан һуң тағы аҡланыҡ. Учалы ҡалаһында үткән республика «Етегән йондоҙ» фестивалендә «Бәпес ебе таратыу» йолаһын күрһәтеп, 2-се урын алдыҡ. 2019 йылда Баймаҡ районының ауыл биләмәләре араһында үткән «Йырлаусы ауыл» район конкурсында дипломант булып танылдыҡ.

2022 йылда Баймаҡ районы Моҫтай ауылында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылы сиктәрендә һәм Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» асыҡ төбәк-ара йыр-моң конкурсында 1-се, Сибай ҡалаһында үткән Мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында 2-се урын яуланы.

Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Әммә ансамблдә шөғөлләнеүселәрҙе был бер ҙә ҡурҡытмай. Уларҙың барыһы ла сәнғәткә, йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Ауыр эштәрен, өй мәшәҡәттәрен ҡалдырып районыбыҙ данын арттырыу өсөн бар һәләттәрен һалған, йәштәргә үрнәк күрһәткән «Иҫтәлек» халыҡ фольклор ансамбле ағзаларына рәхмәттән башҡа ни әйтәһең! Улар ансамблдә генә шөғөлләнеп ҡалмай, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә посылкалар әҙерләүҙә, маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Шул рәүешле еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөштәрен индерә.

Ансамблде 2020 йылдан алып уңған, үҙ эшен яратып башҡарған, дәрте ташып торған Байыш ауыл клубының мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсиә Рәүил ҡыҙы Ибраһимова етәкләй. Әлеге көндә Найлә Сөләймәнова, Гөлсинә Әлибәкова, Зифа Минишева, Зилә Сөләймәнова, Тәнзилә Йәнбәкова, Миңлебикә Һибәтуллина, Нурзиә Абдуллина, Әлифә Ласынова, Айгөл Вәлиева, Гөлсиә Ибраһимова ансамблдең төп таянысы булып тора.

35 йыл ғүмер аҙ ғүмер түгел. Кеше өсөн йәшнәп йәшәгән осор. «Иҫтәлек»тәрҙе матур даталары уңайынан ихлас ҡотлайым! Киләсәктә лә дәртләнеп эшләргә, яңынан-яңы бейеклектәр яуларға яҙһын! Ғүмерҙең һәр миҙгеленең ҡәҙерен белеп, изгелек орлоҡтары сәсеп, йырлап-бейеп, гөрләп йәшәгеҙ! Дәртегеҙ һүнмәһен, һүрелмәһен! Донъялар имен булһын!

Факиһа Таштимерова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ансамблдең беренсе етәксеһе.

Баймаҡ районы.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас