АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
7 Июль 2025, 10:15

Сибайҙар—Мәскәүҙә!

Сибайҙар һабантуйға барҙы.

Сибайҙар—Мәскәүҙә!Сибайҙар—Мәскәүҙә!
Сибайҙар—Мәскәүҙә!

Сибай концерт-театр берекмәһе артистары кисә Мәскәүҙә «Коломенское» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә үткән һабантуй байрамында ҡатнашты.
Мәскәү менән Башҡортостан Республикаһын күптәнге хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Дөйөм милли байрамға әүерелгән Мәскәү һабантуйы быйыл 37-се тапҡыр уҙҙы.
Башҡортостандың рәсми делегацияһы исеменән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова сығыш яһаны.
Ошо мәртәбәле сарала Сибай концерт-театр берекмәһе артистары сағыу, бай концерт программаһын тәҡдим итте. Йырсылар, музыканттарыбыҙҙың башҡарған моңло йырҙары, көйҙәре, "Сибай" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле бейеүҙәре милләттәштәребеҙгә, майҙан ҡунаҡтарына яҡшы кәйеф, күңел күтәренкелеге өҫтәгәндер, тигән ышаныслы өмөттә ҡалабыҙ!

 

сығанаҡ: Сибай концерт-театр берекмәһенең «Бәйләнештә» төркөмө

Сибайҙар—Мәскәүҙә!
Сибайҙар—Мәскәүҙә!
Сибайҙар—Мәскәүҙә!
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас