

25 июнь көнө Сыңғыҙ ауылында бик матур сара - ағинәйҙәр йыйыны үтте.
Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы, Баймаҡ районының Ишмөхәмәт, Түбәнге Нуғай, Ғүмәр, Таулыҡай, Буранбай, Сыңғыҙ ауылдарының «Ағинәйҙәр » йәмәғәт ойошмалары ағзалары, район ағинәйҙәр рәйесе Монасипова Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы, Ҡаратал ауылынан Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы, Таулыҡай ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы, ауылдың имам хатибы Марат Рәхимйән улы һәм балалар ҡатнашты.
Клуб алдында ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар менән ҡаршы алғандан һүң, мәктәпкә барып Хөсәйен Әхмәтовтың музейы һәм Герой парталары менән таныштылар.
Унан һүң клубҡа килеп Сыңғыҙ ағинәйҙәренең ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмә менән таныштылар, тәжрибә менән уртаҡлаштылар.
Сараның икенсе өлөшө ауыл модель китапханаһында түңәрәк өҫтәл артында «Ҡул эштәренең ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә йоғонтоһо» тигән темаға фекер алышыу, аралашыу, дәлилдәр килтереү формаһында үтте. Ысынында ла табиптар һәм психологтар иҫбатлауынса, ҡул эше организмдың күп системалары эшен нормаға килтерә. Депрессияға ҡаршы иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе булып тора. Йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән,
баш ауыртыуынан, ҡолаҡ шаулауынан, нервы көсөргәнешенән, зиһен арыуынан, тарамыш тартылыуҙан, ҡул һәм аяҡтарҙың һөнәри сирҙәренән, бәүел, ҡан йөрөтөү, лимфа системаһы ауырыуҙарынан дауалай, депрессиянан тиҙерәк сығыуға булыша, ауыр тетрәнеүҙәрҙе кисереүҙе еңеләйтә.
Ғөмүмән, ҡул эше организмдың күп системалары эшен нормаға килтерә. Депрессияға ҡаршы иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе. Шатлыҡ-ҡыуаныс, кинәнес бүләк итә. Тәбиғи булмышыбыҙға ҡайтырға ярҙам итә тигән дөйөм фекергә килдек сара һуңында. Шулай уҡ ошо темаға китап күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Сара барышында Ҡәйүм Рәжәп улы ойошманың эшенән ҡәнәғәт булыуы, уларҙың ауыл тормошонда ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, уларға артабнғы эштәрендә уңыштар теләне. Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы әүҙем эшләгән Сыңғыҙ ағинәйҙәренә район хакимиәте башлығынан Рәхмәт хаттары ла тапшырып китте. Ул,шулай уҡ, башҡорт халҡының изге ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосына ла туҡталып китте. Киләсәктә эпосты балаларға өйрәтергә, был эштә ағинәйҙәргә лә әүҙемлек күрһәтергә тигән тәҡдимен еткерҙе. Ҡаратал ауылынан Мәүлиҙә апай үҙенең ҡул эштәрен, ҡомартҡыларын бүләк итте. Йәнтеш ауылының «Әхирәттәр» фольклор ансамбле күстәнәскә матур йыр алып килгән ине. Сарала ҡатнашыусылар изге теләктәрен, рәхмәттәрен әйтеп, киләсәктә тағын да ошондай фәһемле осрашыүҙар булыр тигән теләктә ҡалдылар.
Саранан һүң мәсеткә барып Өйлә намаҙы уҡып, Марат Рәхимйән улының вәғәздәрен тыңлап, бишбармаҡ ашап, тәмле сәйҙәр эсеп таралыштылар.
Зәлиә УРАЗБАЕВА, Сыңғыҙ ауылы китапханасыһы.
—Сыңғыҙҙар бик матур ҡаршы алды. Күргәҙмәләре һоҡландырҙы. Балаҫ һуғыу станогы, Миңъямал инәй Балхинанан ҡалған, 103 йыллыҡ тарихы булған сергетыш бар ине. Ағинәйҙәрҙең мөйөшө зауыҡ менән биҙәлгән. Дәүләтбикә Әбдрәшитова теккән шаршау ҡыҙыҡһыныу уятты. Күргәҙмәләге әйберҙәр сараға килеүселәрҙе һоҡландырҙы. Унан ауыл мәктәбендәге музейға, мәсеткә барҙыҡ. Күркәм сараны ойошторған Зәлиә Ҡорбанғәле ҡыҙына, Сыңғыҙ ағинәйҙәренә оло рәхмәт,—ти Буранбай ауылынан Гүзәл Әминева.