АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
5 Июнь 2025, 03:30

«Батыр» фильмын сибайҙар оҡшатты

Сибай ҡалаһының «Мир» йәштәр йортонда «Батыр» тулы метражлы нәфис фильмы ябыҡ шарттарҙа уҡыусыларға, студенттарға күрһәтелде. Режиссер Елена Дубровская был фильмды «Донъя һәм Рәсәй мәктәптәрендә кино дәрестәре» тәрбиә биреү системаһы тормошҡа ашырған «Киләсәк хаҡында» проект сиктәрендә төшөргән. Киноны ҡарар алдынан «Рәсәй мәктәптәрендә кино дәрестәре» проектының Башҡортостандағы башҡарма продюсеры Азамат Тимерғазин тамашасыларҙы фильмды төшөрөү тарихы, «Киләсәк хаҡында» Халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар проект эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Азамат Нил улы сибайҙар өсөн ят кеше түгел. Ул Сибай телевидениеһында бер нисә йыл директор вазифаһын башҡарҙы. Телевидениены цифрлы системала эшләүгә күсереүгә тап ул ҙур тырышлыҡ һалды. Әле ул Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

«Батыр» фильмын сибайҙар оҡшатты«Батыр» фильмын сибайҙар оҡшатты
«Батыр» фильмын сибайҙар оҡшатты

 

-«Батыр» фильмын 2021 йылдың авгусында Архангель районында 12 көн дауамында төшөрҙөк. Әйткәндәй, был ижади эшкә Сибай уҡыусылары ла тос өлөш индерҙе. Сөнки эште башлап ебәреү өсөн «Экологик именлек» милли проектының «Киноэкология» акцияһына ярашлы республикабыҙҙың 800-ҙын ашыу мәктәбе макулатура йыйҙы. Шулай итеп, Башҡортостандың мәғариф министрлығы ярҙамы менән 300 меңдән ашыу уҡыусы фильмдың со-продюсеры булды. Йәғни, дөйөм көс менән балалар 506 тонна макулатура йыйып тапшырып, 2,5 миллион һум аҡса йыйҙы һәм шул аҡсаға фильм төшөрөлә башланы,--тине Азамат Нил улы, дөйөм эшкә өлөш индереүсе уҡыусыларға рәхмәт әйтеп.-Архангель районы кино төшөрөү өсөн шарттар тыуҙырҙы, бал байрамы ойоштороп, массовкалар менән ярҙам итте. Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, «ИНТЕЛРОСТ» автономиялы ойошмаһы, Санкт-Петербургтың «Киләсәк хаҡында» кинокомпанияһы, Рәсәй эшҡыуарҙары аҡсалата өлөш индерҙе.     

Сибайҙарға фильм тағы шуныһы менән ҡәҙерле: унда Башҡортостандың халыҡ артисы, «Сулпан» балалар театрының режиссеры Вәкил Йосопов төшкән. Ҡыҙғанысҡа күрә, Вәкил Барый улы быйыл мартта баҡыйлыҡҡа күсте. Уның был роле кино актеры булараҡ төшкән һуңғы эше. Киноны ҡарарға артистың улы Айҙар Йосопов килгән ине.

-Атайым иҫ киткес талантлы кеше булды. Беҙ уның менән бер коллективта оҙаҡ эшләһәк тә, бер эште лә бергә эшләү форсаты сыҡманы. Белеүегеҙсә, кино төшөргәндән һуң актерҙар унда һөйләшкәндәрҙе айырым яҙҙырта. Атайымды тауыш яҙҙыртырға Санкт-Петербургҡа саҡырҙылар. Улы тауыш режиссеры булғанда ул алыҫ тарафтарға йөрөгөһө килмәне. Һәм бер нисә көн дауамында ошо кинола һөйләгәндәрен ауыҙы ҡыбырлауына тура килтерерлек итеп тауыш яҙҙырҙыҡ. Күреүегеҙсә, ярайһы уҡ уңышлы ғына килеп сыҡҡан. Бергә эшләүе күңелле лә, рәхәт тә булды,--тине алыпАйҙар Вәкил улы, фильмға үҙе лә өлөш индереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Ә кино, ысынлап та, шәп килеп сыҡҡан. Санкт-Петербургтан Башҡортостанға тәүге тапҡыр килгән ҡунаҡтар беҙҙең яҡтарҙың тәбиғәтенә, кешеләренә ғашиҡ була. Өфөнөң иҫтәлекле урындарын, Салауат Юлаев һәйкәлен ҡарағандан һуң төп герой—Маша (Елена Пухова) үгәй атаһынан кем ул батыр, тип һорай. Өлкәндәр йәш ҡыҙға батырҙың кемлеген аңлатып, принцҡа кейәүгә сығырға теләһәң, үҙең принцесса бул. Батырға барам тиһәң, уға лайыҡлы кәләш булырға кәрәклеген әйтә.

Ауылға барғас иһә, ҡыҙ ысын батырҙы—Азаматты (Динислам Хөсәйенов) осрата ла инде...Тәүге мөхәббәт хистәре, йәшлек дыуамаллығы, һынауҙар менән һуғарылған фильмды прокатҡа сыҡҡас та кинотеатрға барып ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

«Батыр» фильмын сибайҙар оҡшатты
«Батыр» фильмын сибайҙар оҡшатты
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас