

Сибай концерт-театр берекмәһенең директор вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин залда ултырыусыларҙы ижади миҙгел тамамланыуы менән ҡотлап, эшмәкәрлек һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Был ижади осорҙа беҙҙең концерт-театр берекмәһенең 10 хеҙмәткәре дәүләт наградаһына эйә булған.
- Ижад кешеһе өсөн миҙгел ябыу—ул эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһау мәле. Ул--уңыштарҙы барлау, хеҙмәттәштәреңә, тамашасыларыңа рәхмәт белдереү һәм әлбиттә, яңы миҙгелдә тағы ла нығыраҡ көс, дәрт менән ижад итеү өсөн илһам сығанағы ла,--тине Юнир Мөнир улы.-Тормош булғас уңыштар ҙа, юғалтыуҙар ҙа булып тора. Артистарыбыҙ махсус хәрби операцияла 3-сө йыл ҡатнаша. Уларға даими ярҙам күрһәтәбеҙ. Миҙгел ябыу концерты килеменә лә яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар аласаҡбыҙ
Сығышы һуңында Юнир Мөнир улы оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн музыка бүлеге мөдире Лилиә Солтанова, «Сулпан» балалар театры драма театры артисы Эльвира Мөхәмәтшинаға Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталарын, берекмәнең артист-вокалисы Йәғәфәр Нәҙершин, «Сулпан» балалар театры драма артисы Ишморат Моратов, администратор Регина Көмөшҡоловаға мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сибай ҡала хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан республикаһы Сибай ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Сибай концерт-театр берекмәһе директоры урынбаҫары, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәбиуллинды, оркестр етәксеһе Румил Ярасбаевты, оркестр артистары Анастасия Илһамова, Сергей Филиппов, балет артистары Айсар Дәүләткирәев, Илгизәр Йәнтурин, Илназ Динисламовты бүләкләне.
Ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитеты рәйесе Сажидә Ғәниева эштәрендә өлгәшкән юғары уңыштары, профсоюз тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Сибай концерт-театр берекмәһе артист-вокалисы Фаил Йортбәковҡа Дөйөм Рәсәй профессиональ мәҙәниәт союзының Почет грамотаһын, «Сулпан» балалар театрының драма артисы Юлдаш Юлдыбаевҡа Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, эштәрендә өлгәшкән юғары уңыштары, профсоюз тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитетының Почет грамотаһына Сибай концерт-театр берекмәһе администраторы Регина Көмөшҡолова, водитель Владислав Хәзеев, драма артисы Зәлиә Ғәлиәхмәтова, балет артистары Лариса Хәтмуллина, Әлиә Нурмөхәмәтова, Регина Иҫәнбаева, лайыҡ булды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты Президиумының Рәхмәт хаты менән Сибай концерт-театр берекмәһенең водителе Азат Иҙрисов бүләкләнде.
Республикабыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә халыҡ һөйөүен, ихтирамын яулаған Сибай концерт-театр берекмәһе артистары сағыу тамаша аша үткән миҙгелдәге эш һөҙөмтәләрен тулыһынса асып бирә алды. Афарин!
Шулай итеп, бөтә эшмәкәрлеген "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы алып барған Сибай концерт-театр берекмәһе 31-се ижад миҙгелен япты. Артабан артистар ҡул ҡаушырып ултыра тип уйларға ярамай: ижади коллективты республиканың төрлө ауыл-ҡалалары буйлап йәйге гастролдәр, төрлө өлкәләрҙә үтәсәк һабантуйҙарҙа сығыштар яһау көтә.
Йыл дауамында бер тамашыбыҙҙы ҡалдырмай ҡараған тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Киләһе миҙгелдә осрашҡанға ҡәҙәр, дуҫтар!
Гөлгенә Мулләхмәтова, Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәби-реклама бүлеге мөдире.
Руслан Көмөшҡолов фотолары.