

—Радмир, һин бала саҡтан йырланың. Ҡайҙан килә был моң?
— Бала саҡ—ғәмһеҙ саҡ, күңелле, йырлы үтте. Йыр-моңға булған һөйөү атайҙан килә, атай эште лә йырлап ҡына ҡуша торғайны, үҙе мәрәкә, йор һүҙле ине, беҙҙе лә шулай тәрбиәләне. Тормошта ла юмор менән йәшәргә өйрәтте. Шуға һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табам, еңел ҡарайым, күңелле йәшәргә тырышам.
—Йыр сәнғәтендә тәүге остазың кем?
—Сибай сәнғәт колледжында уҡыным. Остазым Камил Вәлиевҡа рәхмәтлемен! Ул минең шуҡлыҡты күреп, башың булһа йырсы булырһың тигәйне. Ул саҡта көлөп ултырғайным, йәшәй-йәшәй аңланым.
—Һин мәктәптә уҡығанда спортҡа ла шәп инең. Ә ниңә сәнғәт йүнәлешен һайланың?
—Эйе, мәктәптә уҡығанда иң яратҡан дәресем физкультура булды. Йүгереү, волейбол, футбол, ҡул көрәше—барыһы ла миңә яҡын ине. Айырыуса милли көрәште үҙ иттем. Ярыштарҙа көрәшеп 8 тәкә алдым. Ғөмүмән, тормош—ул көрәш. Атай мәрхүм: «Туп баҫтырып донъя көтөп буламы икән?»—тип мәрәкәләп алыр ине, сөнки спортҡа ныҡ мөкиббән киткән инем. Шулай ҙа сәнғәткә һөйөү көслөрәк булғандыр.
—Учалы филармонияһында уңышлы ғына эшләп йөрөй инең? Халыҡ та яратып өлгөргәйне. Юғал-дың... Ҡайҙа булды ул Радмир?
—Сәнғәт колледжын тамамлаған-дан һуң, Учалы филармонияһына эшкә саҡырҙылар. 11 йыл ошо ҡалала йәшәнем, эшләнем, ҙур сәхнәләргә сыҡтым, ижад иттем. Маҡтаулы исемдәр, фатир бирәләр, бирерҙәр тигәнгә ышандым, ғәҙеллек эҙләп үрһәләндем, әммә булманы. Үҙемде һаҙлыҡҡа батып барған һымаҡ тоя башланым һәм, былай булмай тип, үҙ-үҙемә эшләүгә күстем. Аҡса аҡмаһа ла тама. Ошо саҡта остазым Камил Вәлиевтың: «Башың булһа...»,—тигәне иҫкә төштө. Сөнки бөгөн Аллаһы Тәғәлә биргән талант менән генә алға китеп булмай. Лайыҡлы йәшәр өсөн үҙеңә табырға, булдырырға кәрәк.
—Эйе, бер талант менән генә әллә ниҙәр ҡыйратып булмай шул, тырышлыҡ, унан бигерәк әрһеҙлек кәрәк. Тик ҡайһы саҡта таланты булмағандар әрһеҙерәк булып сыға.
—Килешәм, талантһыҙҙар талант-лыларҙан алға сыҡҡан осраҡтар ҙа бар. Әрһеҙҙәр, ярай белгәндәр бар шул... Әммә мин уларға көнләшмәйем, ә йәлләйем. Ваҡыттарын бушҡа уҙғаралар кеүек. Халыҡ бит һаңғырау, һуҡыр түгел.
—Ә бына һиндә тәбиғәт биргән талант бар. Халыҡ йырҙарын да, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫта башҡараһың. Ниңә әрһеҙләшмәнең, яраманың?
—Юҡ, минең ундай холҡом юҡ, тиҫкәремен. Үҙ юлымды намыҫ менән үҙем ярам, халыҡҡа хеҙмәт итәм. Минең ижадымды халыҡ күрә, баһалай икән—был минең өсөн оло шатлыҡ. Сөнки халыҡ һөйөүенән дә ҙурыраҡ баһа юҡ!
—Һине моңло йырсы ғына түгел, оҫта шиғыр һөйләүсе лә тиҙәр...
—Буш ваҡыттарҙа шиғыр уҡырға яратам, был минең бала саҡтан килгән яратҡан шөғөл. Р.Ғарипов, Ә.Атнабаев, Р.Назаров, С.Әбүзәров, Ф.Сирбай ижадына ғашиҡмын, ҡат-ҡат үҙемдән үткәреп уҡыйым. Йырҙарҙың да шиғырына ныҡ әһәмиәт бирәм, шиғыр көйгә тура килергә тейештер тигән фекерҙәмен. Иң популяр йырҙарымдың береһе «Донъя бит ул»ды халыҡ ярата, ҡабат-ҡабат һорай, ошо йыр өсөн генә ҙур концерттарға, тамашаларға, банкеттарға саҡыралар. Йырсының «коронный» йыры булырға тейеш бит инде. Шиғырын, көйөн тыңлап, аранжировкаһын эшләтеп, образ биреп халыҡҡа сығарыу үҙе бер кинәнес бит ул. Бы-
йыл бик күп яңы йырҙар ижад иттем, элекке йырҙарҙы ла яңырттым.
—Бер туған ағайың, Башҡор-тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин йырлап ҡына ҡалмай, ул көйҙәр ҙә ижад итә, ҡайһы саҡ шиғыр ҙа яҙып ҡуя. Һинең ундай һәләтең юҡмы?
—Рәмил ағайым бик талантлы шәхес, шиғыр, көй яҙа тиһәм ябай ғына булыр, ул бөтә концерт программаһын төҙөргә һәләтле кеше. Әле быйылғы концертыма исем таба алмай йөрөгәндә ул ярҙамға килде. «Париж малайы» концертының идея һәм программа авторы нәҡ ул.
—Әйткәндәй, «Париж малайы» 26 майҙа Сибайға килә? Проект хаҡында һөйләп үт әле?
—Был проект-концерт минең 45 йәшлек юбилейыма арнала. Был тамаша менән республиканы айҡарға теләк бар. Юғиһә мине юғалттылар, сәхнәнән киттеңме тип тә һорайҙар. Юҡ, китмәнем, сәхнә—минең тормош, йырһыҙ йәшәү юҡ. Кисеү сыҡҡанда ат алыштырмайҙар, тигәндәй, һөнәр үҙгәртмәнем, яйлап ҡына ижад итәм, концерттар ойошторам. Сибайҙа үтәсәк тамашала туғандарымдан тыш, интернет киңлектәрендә танылыу яулаған йырсы, гармунсы Эльвира Асҡарова, актер, юмор оҫтаһы Фәнил Ҡарасурин сығыш яһаясаҡ.
—Гәзитебеҙ уҡыусыларын ғаиләң дә ҡыҙыҡһындырыр тип уйлайбыҙ.
—Тормошта мин үҙемде бәхетле кеше тип һанайым, юлымда һәр саҡ яҡшы, ихлас, бәхетле кешеләр осрай. Ҡатыным Вәсилә менән ике ҡыҙ үҫтерҙек. Ҡыҙҙар-сәскәләр янында иркәләп кенә йәшәйем. Вәсилә Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында тәрбиәсе, директорҙың тәрбиәүи кәңәшсеһе булып эшләй. Ынйы ҡыҙым—һөнәре буйынса ҡытай теле уҡытыусыһы, Өфө районының мәғариф бүлегендә әйҙәүсе белгес булып эшләй, магис-тратура тамамларға тора. Алтынай ҡыҙым юридик белем ала, Айҙар Ғәлимов студияһында бейей.
—Халыҡҡа теләктәрең?
—Имен-һау, теүәл булайыҡ! Илгә тыныслыҡ килһен, яугирҙәребеҙ иҫән-һау еңеү менән ҡайтһындар.
—Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт!
Зал тулы тамашасылар теләйбеҙ!
Резеда Усманова.