

29 апрель—Халыҡ-ара бейеү көнө
-Бейеү-минең өсөн бөтә донъя. Һәләтем нәҫелдән килә. Ҡартәсәйем оҫта бейеүсе булған, фабрикала инженер-химик булып эшләгән әсәйем дә йәш сағында бейегән,--тип һөйләй Элина, үҙе менән таныштырып.-Йырларға яратам. Физик күнекмәләр яһау миңә көс-дәрт бирә. Атайым, ҡустым да спорт менән мауыға.
Элина Үҙәнова халыҡ бейеүҙәрен, айырыуса шаян бейеүҙәрҙе башҡарырға ярата. -Сәхнәлә бейегәндә тамашасы менән бәйләнеш булдырылырға тейеш, шунда ғына үҙеңдең маҡсатыңа ирешеүеңде тояһың, ти ул.-Халыҡ бейеүҙәрендә беҙ бөтәбеҙ ҙә сәхнә кейемендә бер иш күренһәк, заманса бейеүҙәр башҡарған саҡта иһә, һәр беребеҙҙең төрлөлөгө, үҙенсәлеге асыҡ сағыла.
Бейеүсе әхирәте, йырсы Зәриә Ырыҫмөхәмәтова менән йыш ҡына кемдең эше ауырыраҡ булыуы хаҡында бәхәсләшәр. Зәриә йырсы булыуы ауыр тиһә, Элина үҙ эшенең еңел түгеллеген иҫбат итә. Ғөмүмән, артистарҙың эше сәхнәнән ҡарағанда ғына матур, сағыу күренә. Сәхнә артында уларҙың иңенә ниндәй һынау төшкәнен улар үҙҙәре генә белә. Халыҡ араһында киң популярлыҡ яулаған оло байрамдарҙы, "Мәҙәнәт" милли проектына ярашлы ойошторолған барлыҡ мәҙәни сараларҙы, ғаилә тантаналарын, хатта өҫтәренә ишелгән ауыр мәлдәрҙе лә йыш ҡына туғандарынан, ғаиләһенән ситтә--гастролдәрҙә үткәргән артистар күптәр өсөн ысын сабырлыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ өлгөһө. Милли бейеүҙәребеҙҙең ҡотон һаҡлап алып ҡалыу, халыҡҡа еткереү һәм замандаштарыбыҙға ысын сәнғәт өлгөләрен бүләк итеү өсөн барыһын да эшләй.
Гөлдәр Ҡадаева.