Бөтә яңылыҡтар
10
Мәҙәниәт
3 Апрель , 19:25

"Моң академигы"ның моңонда тирбәлдек

Бөгөн Сибай институтында "моң академигы" Йәлил Төхвәт улы Һөйөндөков ижад иткән йырҙарҙы тыңлап кинәндек...

Ғалим-эколог, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының фәндәр Академияһы академигы, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, түшендә Халыҡтар дуҫлығы орденын, В.И.Вернадский исемендәге миҙалды ғорур йөрөтөүсе Өфө фән һәм технологиялар университеты Сибай институтының ғилми хеҙмәткәре Йәлил Һөйөндөковҡа бөгөн йәнә бер исем бирҙеләр. Ул да булһа - МОҢ АКАДЕМИГЫ.

Ижадташ дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсиндың Йәлил Төхвәт улын "Моң академигы" тип әйтеүе юҡҡа түгел. Профессор Һөйөндөков һуңғы йылдарҙа күпләп йырҙар ижад итеүсе һәүәҫкәр композитор булараҡ билдәлелек яулап ҡына ҡалманы, үҙе эшләгән белем усағында "Йәншишмә" ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле лә булдырҙы. Улар бөгөн ярайһы ғына уңыштар яулай, йылдан-йыл оҫтара бара. Рәмил Париж улы Туйсин әйтеүенсә, "Йәншишмә"ләр академик тауышҡа, халыҡсан моңға эйә.

Бөгөн беҙ, моң һөйөүселәр һәм Йәлил Төхвәт улының яҡындары, дуҫтары, Сибай институтында үткән моңло кисәнең шаһиты булдыҡ. Унда академиктың Фирүзә Абдуллина, Сәкинә Тотманова, Мотал Рәмов, Таңһылыу Вәлиева һәм башҡалар шиғырына яҙған йырҙары яңғыраны.

Сараның сценарий авторы - халыҡсан шиғырҙары менән үҙ уҡыусыларын табыусы Фирүзә Абдуллинаның моңло кисәне үҙе алып барыуы мәртәбәле булды. Улар ғалим Йәлил Төхвәт улы менән класташтар, дуҫтар, ижадташтар. Ә ижад кисәһенең проект авторы һәм режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Йәлил Һөйөндөков ижад иткән йырҙарҙы башҡарыусыларҙың береһе Рәмил Туйсин.

Ижад кисәһен Рәмил Туйсин, Рауил Харрасов, Ғаяз Ғәйетбаев, Хәким Ғәйетбаев, Баязит Байназаров, Зәриә Рысмөхөмәтова, Азат Исҡужин һәм "моң академия"һының уҡыусылары - "Йәншишмә"ләр биҙәне. 

Сара йылы, моңло мөхиттә үтте һәм барыһының да танһығын ҡандырҙы. Киләсәктә Йәлил Төхвәт улының ижад кисәһен ҙурыраҡ сәхнәләрҙә күрербеҙ, тип ышанабыҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: