Кисә Сибайҙа иҫ киткес шәп тамаша булды. Сибай филармонияһы яңы ғына асылған саҡта эшкә килеүсе йырсылар, бейеүселәр, музыканттар йыйылды һәм әлегеләр менән берлектә концерт программаһы тәҡдим итте. Тәүге «ҡарлуғастар» бөгөн «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы», «Башҡортостандың халыҡ артисы» кимәленә күтәрелгән, Сибай ҡалаһында ҡанат нығытҡан мәлдә ҡорған ғаиләләрендә тыуған мөхәббәт емештәре бөгөн инде ҙур үҫеп, үҙҙәре йырлай, бейей. Эйе, беҙ филармония «ветерандарының» балаларының сығышын да ҡарап кинәндек. Лилиә Ишемйәрова менән Урал Мортазиндың улы Ишморат, Гүзәл һәм Фәнил Әсәҙуллиндарҙың ҡыҙҙары Нәркәс һәм Нурсилә, Сулпан Асҡарова менән Илшат Яхиндың ҡыҙы Азалия, Айтуған Дәүләткирәйевтың улы Айсар менән ҡыҙы Диана, Эльвира һәм Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндарҙың улы Айсыуаҡ һәм Аделина килендәре тамашасы алдында сығыш яһаны.
Ә сибайҙарҙың Лилиә Ишемйәрова, Азамат Тимеров, Раян Алтыншин моңон нисек һағынғанын күрһәгеҙ?! Туҡтамаҫтан алҡышланылар. «Сибай» бейеү ансамбленең ветерандары Айтуған Дәүләткирәйев, Фәйзулла һәм Эльвира Ғөбәйҙуллиндар, Ләйсән Таштимерова, Урал Мортазин, Рәзилә Нәбиуллина, Гүзәл Әсәҙуллина, Илфат Мусин, Азат Нәбиуллин, Айгөл Бохарбаева, Вәсилә Хәсәнова, Алсу Фәтхутдинова, Элеанора Романова, Рәйсә Бүләкәновалар бейеү ансамбленең әлеге составы менән филармония сәхнәһен дер һелкетте. Йәш кенә көйө алып барыусы булып килгән Нәсимә Ғиззәтуллина, Флүр Саламатовты ла онотмай сибайҙар. Бигерәк тә оҙаҡ йылдар эшләп киткән, нәфис һүҙ оҫтаһы булып танылған Нәсимәгә «Афарин» тиергә генә ҡала. Филармонияның тәүге музыканты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәнәит хеҙмәткәре Санъяр Мәүлетҡолов, музыкант Вәсилә Хәсәнова, 15 йәштә генә бейеүсе булып килгән, аҙаҡ Ф.Ғәскәров ансамблендә бейегән, хәҙер беҙгә алып барыусы булараҡ та таныш булған Йәмилә Бикбаевалар тамашаны биҙәне.
Әлбиттә, барлыҡ «ҡарлуғастар» килмәгән ине. Әммә килгәндәре менән хәҙер Сибай филармонияһында төп көс булып торған артистар—Рушан Ниязғолов, Дим Шәрәфиев, Ғаяз Ғәйетбаев һәм йәш бейеүселәр сибайҙарға иҫ киткес тамаша бүләк итте.
Сара мәлендә әлеге филармонияны булдырыуға ҙур көс һалыусылар сығыш яһаны. Ул саҡтағы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Йәғәфәрованың хәтирәһен һәр кем иғтибар менән тыңлап, алҡыштарға күмде. Альмира Ҡыуатова, Фәтих Хөснетдиновтарҙың ҡалала филармония асабыҙ тип янып-көйөп йөрөүен, ул саҡтағы хакимиәте башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтовтың уларҙы хуплауын, студент-йырсыларҙы туплап, уларға фатирҙар биреп, ижади коллектив туплауҙарын, аҙаҡ коллективтың сит илдәрҙә, айырыуса Францияла ҙур аншлагтар менән концерт биреүен бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне Клара Зәкир ҡыҙы.
Ғөмүмән, шундай рухлы, дәртле, талантлы шәхестәребеҙ ярҙамында Сибай филармонияһы барлыҡҡа килгән һәм бөгөн дә халыҡ мәнфәғәтенә эшләүен дауам итә.
Әйткәндәй, концерт бөгөн - 28 мартта йәнә була. Барып күрегеҙ!