АТАЙСАЛ
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
6 Марта 2025, 06:20

Ҡиммәт хаҡҡа — арзан йырҙар

Бөгөнгө йәштәребеҙ былай ҙа үҙ телен онотоп бара. Хәҙер сәхнәнән тороп мәҙәниәт кешеләре русса ҡатыш башҡортса һөйләй, русса ҡатыш башҡортса йырлай. Ҡайҙа ул бында мәҙәниәт? Ҡайһы милләттең мәҙәниәтенә хеҙмәт итәһең — шул милләттең теленә хөрмәт булырға тейештер бит? Мәҙәниәт һәм тел айырылғыһыҙ булыуы мөһим! Юҡ, русса йырламаһын тимәйем, йырлаһын, тик русса ғына. Башҡортса йырҙы тик башҡортса ғына. Ниңә «винегрет» эшләргә һуң? Тәмһеҙ бит...

ФЕКЕР

 

Ҡыҙымдың теләген иҫәпкә алып, әллә бер ай алдан билет алып ҡуйғайным. Һүҙ юҡ, талантлы егет, тауышы матур, моңло. Әммә уның стиле—минең өсөн түгел, ә йәштәр өсөн (Хәйер, халыҡ йырын йырлаһа ла оҫта йырлай ул, был, әлбиттә, ихтирам уята). Ярай, үҙен тыңламаһам да, иҫ киткес талантлы атаһын тыңлап ҡайтырмын тип, ҡыҙым менән барҙым концертҡа...

Русса ҡатыш башҡортса йырҙар😏 Бөгөнгө эстрадалағы иң йәмһеҙ күренеш😬 Йырҙар араһында сәхнәлә һүҙ һөйләй белмәү—күп йырсыларҙың «сире».😬 Йә килешле, ҡыҙыҡлы, оят булмаған көләмәс һөйләй белмәйҙәр, йә ҡыҙыҡлы хәлдәрен оҫта еткерә алмайҙар... «Ой, рәхмәт инде, подарок алып килгәнһегеҙ, буш ҡул менән не пришли, ой, как приятно». Уффф. «Бүләктәрегеҙ, алҡыштарығыҙ өсөн рәхмәт, тамашасыларым», —тип матур итеп әйтеп булмаймы ул?

Бәлки, һүҙ запасын үҫтереү өсөн күберәк китап уҡырға кәрәктер йырсыларға? Йә һүҙ оҫтаһы булған алып барыусы ялларға ла, үҙеңә йырлап ҡына торорғалыр?☹

Бөгөнгө йәштәребеҙ былай ҙа үҙ телен онотоп бара. Хәҙер сәхнәнән тороп мәҙәниәт кешеләре русса ҡатыш башҡортса һөйләй, русса ҡатыш башҡортса йырлай. Ҡайҙа ул бында мәҙәниәт? Ҡайһы милләттең мәҙәниәтенә хеҙмәт итәһең — шул милләттең теленә хөрмәт булырға тейештер бит? Мәҙәниәт һәм тел айырылғыһыҙ булыуы мөһим! Юҡ, русса йырламаһын тимәйем, йырлаһын, тик русса ғына. Башҡортса йырҙы тик башҡортса ғына. Ниңә «винегрет» эшләргә һуң? Тәмһеҙ бит...

Әлбиттә, йәштәрҙең, балаларҙың башҡорт йырҙарына бейеүе һәйбәт. Тик сәхнәлә тороусы мәҙәниәт кешеһенең уларҙы «бейетеүсе» генә түгел, ТӘРБИӘЛӘҮСЕ булыуы мөһим... Башҡорт йырына, теленә, мәҙәниәтенә һөйөү уятыусы булырға тейештер...(Бында йәш йырсының мотлаҡ халыҡ йырын, йә ретро йырҙы йырлауы ла мөһим түгел, тик телдәрҙе болғамай, мәҙәни кимәлде төшөрмәй генә йәштәр өсөн күңелле йырҙарҙан шоу эшләргә булалыр, тигән фекерҙе әйтмәксемен).

Бөгөн күп артистар анһатҡа һалышып алды. Матур сценарий юҡ. Сығалар ҙа ауыҙҙарына нимә килде шуны һөйләп, йырлап, аҡса йыйып ҡайтһа булды тигән һымаҡ... Был бер йырсыға ғына ҡағылмай. Күптәргә ҡағыла. Сибайға уҙған йыл бер татар йырсыһы килде, халыҡ эркелешеп тулды. Унда барған бер коллега былай тигәйне: «Сәхнәлә тороп алған да аҡыра ла аҡыра, артында бейеп йөрөгән ҡыҙҙарын мыҫҡыл итеп көлә, шунан үҙе мәҙәк таба. Шуның маймылланғанын ҡарап кеше көлгән була. Концерттың бер мәғәнәһен күрмәнем».

Бына шундай түбән кимәлле шау-шоуға өҫтөнлөк бирә халыҡ... Айырыуса йәштәр...Ниндәй быуын үҫер икән?

Эйе, мин концерттарға йыш йөрөйөм, рухлыларына, моңлоларына, зауыҡлыларына өҫтөнлөк бирәм. Ғәҙәттә, унда бер үк кешеләр, дөрөҫөрәге олораҡтар йөрөй, таныш йөҙҙәрҙе йыш осратам.

Ә был юлы таныштар һирәк ине. 7-8 йәшлек балаларҙан алып 35-40 йәшкә тиклемгеләр...
Концерттан һуң танышымдың 6 йәшлек ҡыҙы: «Әсәй, миңә ағайҙың йырлағаны оҡшаны, тик атаһы скучный, радиолағы һымаҡ йырлай»,—тип көлдөргәйне.
Рухлы, матур, мәғәнәле ретро йырҙар радиола ғына ҡалырмы икән ни? Әллә русса ҡатыш башҡортса йырлаған замана йырсылары шул ретро йырҙарҙы боҙоп, килделе-киттеле һүҙҙәр, «думпылдаҡ» көй ҡушып үҙгәртеп бөтөрмө икән?

Әәәә, бөгөнгө эстарадға ҡарап, тағы бер һорау тыуа: айырылыу, яуапһыҙ мөхәббәт тураһындағы һағышлы йырҙы нисек «дискотечный»ға әйләндерергә була һуң??? Бөтөнләй аңлашылмай. Шиғырына күрә көйө булырға тейештер ул?

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас