АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
24 Февраль 2025, 10:40

Өҙә баҫа таусылар!

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының да бейеү ансамбле бар!

Өҙә баҫа таусылар!Өҙә баҫа таусылар!
Өҙә баҫа таусылар!

Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының бейеү коллективы «Байыҡ» конкурсының тәүге турында уңышлы сығыш яһаны.

Уҙған ял көндәрендә Өфөлә «Байыҡ» республика телевизион бейеү конкурсының тәүге туры төшөрөлдө. Был сағыу һәм тамашалы конкурс республиканың иң яҡшы бейеү коллективтарын йыйҙы, улар араһында Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының «Таусылар» ансамбле уңышлы сығыш яһаны.

Ансамбль күптән түгел генә ойошторолһа ла, конкурста ҡатнашыуын дауам итеү өсөн бөтә ижади һәләтен һәм ныҡышмалылығын күрһәтте.

Улар сығыш алдынан тулҡынланһа ла, жюри алдында матур сығыш яһаны.

Коллектив етәкселәре Марсель Собханғолов һәм Айгөл Вәлиева билдәләүенсә, киләһе турға улар яңы костюм һәм яңы бейеү әҙерләйәсәк. Йәйгә тиклем әҙерләнергә ваҡыт бар ти улар.

 «Таусылар» ансамблен киләһе турға үтеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға конкурстың киләһе этабында уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас