АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәниәт
11 Февраль 2025, 07:40

Яңы күтәрмә кәрәк

Сибай ҡалаһы Чайковский урамының 32/1 күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр Урындағы башланғыстарҙы яҡлау прграммаһына ҙур теләк менән ҡушылды. Фекер алышыу ваҡытында Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге алдында урынлашҡан һәйкәлдәр алдын яҡтыртыу, үҙәктең күтәрмәһен заманса төҙөкләндереү, балаларын түңәрәктәрҙән көтөүсе әсәләр өсөн ял итеү урыны булдырыу, үҙәкте яңы техникалар менән йыһазландырыу тәҡдимдәре ҡаралды. Һөҙөмтәлә инициатив төркөм тәҡдим иткән Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге алдындағы күтәрмәне төҙөкләндереүҙе Чайковский урамының 32/1 күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр хупланы һәм берҙәм тауыш бирҙе. Урындағы инициатив төркөмдөң планы буйынса, заманға ярашлы төҙөкләндерелгән күтәрмә беренсенән үҙәктә ойошторолған төрлө түңәрәктәргә йөрөүселәр өсөн хәүефһеҙ һәм ҡулайлы буласаҡ.

Яңы күтәрмә кәрәкЯңы күтәрмә кәрәк
Яңы күтәрмә кәрәк

 

“Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылда башланды һәм 2030 йылға тиклем республиканы үҫтереү стратегияһының төп бурыстары иҫәбенә инә.

Программаның төп маҡсаты – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү.

Ошо мөһим программаға Сибай ҡалаһы Чайковский урамының 32/1 күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр ҙур теләк менән ҡушылды. Фекер алышыу ваҡытында Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге алдында урынлашҡан һәйкәлдәр алдын яҡтыртыу, үҙәктең күтәрмәһен заманса төҙөкләндереү, балаларын түңәрәктәрҙән көтөүсе әсәләр өсөн ял итеү урыны булдырыу, үҙәкте яңы техникалар менән йыһазландырыу тәҡдимдәре ҡаралды. Һөҙөмтәлә инициатив төркөм тәҡдим иткән Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге алдындағы күтәрмәне төҙөкләндереүҙе Чайковский урамының 32/1 күп ҡатлы йортонда йәшәүселәр хупланы һәм берҙәм тауыш бирҙе. Урындағы инициатив төркөмдөң планы буйынса, заманға ярашлы төҙөкләндерелгән күтәрмә беренсенән үҙәктә ойошторолған төрлө түңәрәктәргә йөрөүселәр өсөн хәүефһеҙ һәм ҡулайлы буласаҡ. Икенсенән, ял итеү урыны булараҡ үҙәк үҙенең тышҡы йөҙө менән алыҫтан күренеп ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып, йәлеп итеп торорға тейеш.

Әлфирә Үҙәнбаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас