Мәҙәниәт
5 Февраль 2025, 13:20

Яҙмышым етәкләп йөрөтә

Сәхнәгә сыҡҡан ансамбль бейеүселәрен ғәҙәттә бер-береһенән тәү ҡарашҡа айырып булмай. Уларҙың костюмы ғына түгел, буй-һыны, ҡиәфәте бер иш кеүек. Сибайға йәшәргә килеп, концерттарға йөрөй башлағанда мин бейеүселәр араһынан Айтуған Дәүләткирәевты ғына айырып таный инем. Коллегалары кеүек үк хәрәкәттәр эшләһә лә ниңәлер ҡарашы, йылмайыуы менән айырылып, иғтибарымды йәлеп итте. Бөгөн ул—Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемен йөрөткән данлыҡлы бейеүсе. Ҡасандыр үҙе бейегән «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балетмейстер-ҡуйыусыһы. Күптән сәхнәләрҙә бейемәһә лә, мин уны бөгөн дә сығыш яһаусы бейеүселәр араһында осратам. Юҡ, күҙемә күренмәй, мин уны ысынлап күрәм. Тик уның исеме Айсар. Эйе, Айтуған Әхмәт улы Дәүләткирәевтың улы—бөгөн ансамблдең өмөтлө йәш бейеүсеһе. Башҡа тамашасылар нисектер, ә бына мин Айсарҙа атаһының күсермәһен күрәм. Йөҙ оҡшашлығында ғына хикмәт түгел, ә хәрәкәттәр, ҡараштар, ымдар шул уҡ һымаҡ. Ҡыҫҡаһы, алма ағасынан алыҫ төшмәгән.

Шулай итеп, бөгөнгө әңгәмә аталы-уллы бейеүселәр Дәүләтки-рәевтар менән.
—Айтуған Әхмәт улы, һеҙ-
ҙең сығышығыҙ менән Әбйә-лил районынан икәнен дә, Баш-ҡортостандың халыҡ артисы бу-лыуығыҙҙы ла беләбеҙ. Ә бына ниндәй ғаиләлә үҫеүегеҙҙе, бала саҡтан бейенегеҙме-юҡмы икәнен белмәйбеҙ. Һөйләп китһәгеҙ?
—Мин Амангилде ауылында 8 балалы Дәүләткирәевтар ғаи-ләһендә 7-се бала булып буй еткерҙем. 4 апайым, 2 ағайым һәм һеңлем бар. Ата-әсәйем ябай кешеләр булды. Үткән быуаттың 80-се йылдарында, колхоз-совхоздар геүләп эшләп торған мәлдә, баҫыу эшселәренә ауыл мәҙәниәте йортоноң һәүәҫкәр әртистәре концерт ҡуя ине. Шунда апайҙар, ағайҙар мине үҙҙәре менән алды. Бәләкәйҙән бейенем. 1982 йылда республиканың һәләтле балаларын Өфөгә йыйып йөрөгәндәрендә, мин баш ҡалабыҙҙың музыка мәктәбенә эләктем. Баян класында уҡыным. Беҙҙе алгебра, геометриянан уҡытыусы Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай түңәрәгенә лә йөрөнөм.
—Туҡтағыҙ, беҙ һеҙҙе бейеүсе тип ултырабыҙ...Ә һеҙ баян, ҡурай тиһегеҙ?
—Эйе, мин баянда, гармунда, ҡурайҙа уйнайым...
—Нисек инде? Ә нисек бейеүсе булып киттегеҙ һуң?
—Миңә бер ҡасан да үҙемә юл һайларға тура килмәне, нисектер осраҡлы килеп сығып торҙо тип әйтәйемме, әллә яҙмыш үҙе мине «етәкләп» алдымы шул? Музыка мәктәбенә лә апайҙарым «ҡоҙаланы». Тыңлаусан ғына ҡусты булараҡ, тимәк, шулай кәрәк тип барҙым. Бейеү менән дә шулай осраҡлы килеп сыҡты. 1986 йылда КПСС-тың 27-се съезында Мәскәүҙә һәр төрлө республикаларҙан сығыштар булырға тейеш булғанмы, беҙҙе шунда әҙерләй башланылар. Унда мин 6-сы класта уҡый инем. Кремль һарайында тиҫтерҙәрем, билдәле сәнғәт әһелдәре менән бергә сығыш яһаныҡ. Александра Пахмутова, Лев Лещенколар менән бер сәхнәлә йөрөнөк. Был хәл март айында булды, буғай. Шулай 6-сы класты матур иҫтәлекле нотала тамамланым. Яңы уҡыу йылы башланғас, Өфөгә музыка мәктәбенә килһәм, бер малай миңә: «Һине отчислили»,—ти. Аптыраным да киттем. Шунда уҡ башымдан уйҙар үтте: ҡыуылыр хәлгә етерлек ниндәй яман ҡылығым булды икән, тип аптырандым. Барып һорашһам, ҡыумағандар икән, ә мәҙәниәт министрлығы күрһәтмәһенә яраш-лы, хореография училищеһына күсергәндәр. Быны ишеттем дә тағы аптырашҡа ҡалдым. «Хореография» һүҙе «хор» һүҙенән алынған тип уйланым әле ул. Хорҙа йырлағым килмәне һәм уҡыуымды ташлап, ауылға ҡайттым да киттем. 21 сентябрҙә ауыл мәктәбендә уҡып ултырһам, 22 сентябрҙә иртәнге 9-10-дарҙа кире Өфө хореография училищеһында физика дәресендә инем (көлә). Сөнки әсәйемә Юлай Ғәйнетдинов хат яҙған, кире килеп етергә ҡушҡан. Фатима апайым алып барып ҡуйҙы инде. Марат Әғләм улы Кәримов етәкселегендә хореография класын тамамланым. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы Рим Әбделмәновтың «төртөп күрһәтеүе» арҡаһында Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленә барып юлыҡтым. Әйткәндәй, әлеге көндә лә Рим Сәлимйән улы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Бер йыл бейегәндән һуң, Өфө сәнғәт институтының актерҙар әҙерләү бүлегенә—СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова курсына индем. Билдәле актерҙар Нурия Ирсаева, Хөрмәтулла Үтәшев ҡулы аҫтында уҡыуым менән бәхетлемен.
Шул мәлдәрҙә минән бер курс алда уҡыусы Айсыуаҡ Йомағолов БДУ-ла «Ирәндек» бейеү ансамбле барлығын әйтте. Шунда барҙым, Гөлназ Вәкил ҡыҙы Аҡназарова етәкләй ине уны. Аҙаҡ иһә бергәләшеп, Урал аръяғынан бер төркөм талантлы егет-ҡыҙҙар, Сибайҙа асылған филармонияға эшкә ҡайттыҡ.
—Һеҙгә бер генә көн дә ҡайҙа барырға, кем булырға, тигән уй башығыҙға инеп тә сыҡмаған, ахыры. Ысынлап, яҙмышығыҙ һеҙҙе уңға ла, һулға ла ебәрмәй үҙе «етәкләп» алып тик йөрөгән. Ә шулай ҙа бәләкәй Айтуғандың күңелендә ниндәйҙер хыял булғандыр бит. Кем булырға теләй инегеҙ?
—Төпкә төшөп уйланып ул-тырғаным булманы. Әммә күңелем менән билдәле кеше булырымды һиҙә инем. Ҡайһы саҡ хәрби булырға ине, тигән уйҙа инеп алғыланы ул.
—Бейеүселәр иртә пенсияға сыға бит инде. Ә һеҙ филармониянан хаҡлы ялға китеп, сит тарафтарҙа ла эшләп алдығыҙ, шулаймы?
—Эйе, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында, унан Борай районында эшләнем. Себер тарафтарында ла йөрөп килдем. Ошо арала Тверь өлкәһендә киноға төшөп өлгөрҙөм. Дуҫым, коллегам Урал Мортазин тәҡдиме менән Рәсәйҙең танылған кинорежиссеры Константин Бус-ловтың «Злой город» фильмында уйнарға тура килде. Был тулы метражлы фильм яҡын көндәрҙә халыҡ хөкөмөнә сығарыла. 2024 йылдың октябренән йәнә үҙемдең туған филармониямда, хәҙер инде Сибай концерт-театр берекмә-һендә балетмейстер-ҡуйыусы бу-лып эшләп йөрөйөм.
—Әле улығыҙ Айсар менән һеҙ коллегалар. Һеҙ «ҡоҙаланығыҙмы» бейеүгә?
—Юҡ, мин киреһенсә бала-ларымдың сәнғәт кешеләре булыуын теләмәгәйнем.
—Айсар, был дөрөҫмө?
—Эйе. Мин үҙем бейеүҙе яратам. Бала саҡтан бейенем. Атайым менән сәхнәгә лә сыға инем. 6 йәштән ҡалалағы «Гөлдәр» ансамблендә шөғөлләндем. Шулай ҙа башҡорт лицейын тамамлау менән Баймаҡ яғыулыҡ-энергетика колледжына юлландым, «газовик» һөнәре алдым. Газ торбалары һуҙыу буйынса проекттар эшләүе миңә оҡшай. Уҡытыусыларым ошо юҫыҡта эшләргә лә кәңәш итә ине. Әммә күңелем бейеүгә тартыла. Әле М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хореография йүнәлешендә уҡыйым, шул уҡ ваҡытта «Сибай» ансамблендә бейейем.
—Йөҙгә бигерәк йәш күренәһең...
—Шулай тиҙәр, уҡыусы ғына тип уйлайҙар. Әммә мин өйләнгәнмен. Кәләшем Розалия Сибай сәнғәт колледжында уҡый, ул да бейей.
—Атайыңа оҡшаталармы?
—Эйе, атайыма оҡшатып та-ныусылар бар.
—Атайың кәңәштәр бирәме?
—Әлбиттә, бирә. Ҡайһы саҡ мин уға өйрәтеп ҡуям.
—Яратҡан бейеүселәрең бармы?
—Мөхәмәт Иҙрисов, Рәмил Мехдиев, Хәбир Аралбаев һәм атайым. Шулай уҡ Аргентина бейеүҙәрен яратам. Шаян бейеүҙәр оҡшай. «Заман Байығы», «Һунар сыҡтым» һәм башҡаларҙы яратып башҡарам.
—Ә һеҙ, Айтуған ағай, ниндәй бейеүҙәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
—Айырып ҡарамаҫ инем. Бейеүсе бөтә бейеүҙе лә бейей алырға тейеш. Шулай ҙа халыҡ бейеүҙәрен яратам, төрлө милләт бейеүҙәрен һалырға ла тура килде.
—Ә ҡайһы милләттең бейеүе ауырыраҡ икән?
—Бөйөк бейеүсе Махмуд Эсембаев әйтеүенсә, иң ауыры башҡорт бейеүе. Бында аяҡ-ҡулдар ғына түгел, һәр бармаҡ бейей, күҙ ҡарашы, ҡашты һикертеү ҙә нимәлер һөйләй.
—Айсар, һин бейеүсе булмаһаң, газ белгесе булып йөрөр инеңме икән?
—Әллә, бәлки спорт яғынан китер инем. Футбол уйнарға яратам... (уйлана). Юҡ, барыбер бейеүсе булыр инем ул!
—Ай-һай, нәҫелегеҙҙә бейеү-селәр булғандыр, бигерәк бейеүгә мөккиббәнһегеҙ. Айтуған ағай, ни әйтерһегеҙ?
—Эйе, әсәй яғынан ҡарта-тайымды, ҡарт ҡартатайымды бейегән тиҙәр. Ғөмүмән, беҙҙең башҡорт халҡы йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ халыҡ бит инде. Әле Диана ҡыҙым, Айсарҙың һеңлеһе була инде, медицина колледжында уҡыһа ла бейеү тип йәнен бирә яҙа. Уҡыу йортонда бейей. Ҡандан күсәгилешлек барҙыр.
—Һөнәрегеҙ күңел асыуға ғына ҡоролмай бит инде. Ауырмы?
—Һәр эштең үҙ ауырлығы. Юҡҡа ғына иртә пенсияға сығармайҙарҙыр. Әммә яратҡан эш ялҡытмай. Һәр кем күңеленә яҡын эштә эшләһә, уның һөҙөмтәһе күпкә уңышлы, сифатлы була.
—Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ
өсөн рәхмәт!
Артабан да
уңыштар
юлдаш булһын!
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас