Ғәйсәр Венер улы Сибай филармонияһына 2003 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, ҡулына балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, «Баян» инструменталь башҡарыусыһы дипломын алғас эшкә урынлаша. Башта ул солист-инструменталист, аҙаҡ тауыш операторы була. 10 йыл эшләгәндән һуң аранжировкалаусы, концерт, театраль программаларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсене Сибай балалар сәнғәт мәктәбенә концертмейстр итеп саҡыралар. Әммә күңеле туған коллективына тартыла һәм ул кире яратҡан эшенә ҡайта.
Ғәйсәр Моратов хәҙерге көндә Сибай концерт-берекмәһендә уҙған мәҙәни сараларҙың ғына түгел, артистар илебеҙҙең төрлө тарафтарына гастролдәргә сыҡҡанында ла алыштырғыһыҙ тауыш режиссеры ла. Шулай уҡ Ғәйсәр Венер улы балалар өсөн музыка ла ижад итә. Үҙ эшенең оҫтаһы ҡалала “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ойошторолған күләмле мәҙәни сараларға, Урал аръяғы инвестицион һабантуйын, «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсын уҙғарыуға һәр ваҡыт тос өлөш индерә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы Әмир Моратовтың ейәне булған Ғәйсәр Венер улы бер нисә йыл элек Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында үткән «Минең ауылым тарихы» республика сараһын музыкаль яҡтан биҙәп кенә ҡалмай, халыҡ байрамының тауыш режиссеры була.
Өлгөлө ғаилә башлығы Ғәйсәр Венер улы ҡатыны, йырсы Сөмбөл Моратова менән Сибай филармонияһында таныша. Улар Иҫке Сибай ауылының яңы биҫтәһендә күркәм йорт һалып ингән. Әлеге көндә Моратовтар ике улдарына терәк-таяныс булып, ата-әсәйҙәренә, яҡындарына, туғандарына, дуҫ-иштәренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, донъя йөгөн тигеҙ, татыу, матур итеп тарта. Шуға ла эштәре гел ыңғай бара, уңыштары ла байтаҡ.
Гөлдәр Ҡадаева.