Мәҙәниәт
16 Ғинуар 2025, 09:40

Йырлар сағы

Республика, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты, талантлы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, йырсы, композитор, ишле ғаилә башлығы-- биш бала атаһы Йәғәфәр Нәҙершиндың Сибай концерт-театр берекмәһендә вокал артисы булып эшләй башлауына бер генә йыл. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында ул үҙен ысын сәхнә оҫтаһы, һәр яҡтан килгән артист итеп танынып та өлгөрҙө һәм 2024 йыл йомғаҡтары буйынса филармонияның иң шәп йырсыһы булып та танылды. Ул ғына ла түгел яңы йыл күстәнәсе итеп «Беҙҙең самый йырлар саҡ» тип исемләнгән шәхсән концертын да әҙерләне. Ғинуар айы дауамында ул тыуған яғы Бөрйән районы ауылдары халҡына шәп тамашаһын тәҡдим итһә, сибайҙарҙы һәм эргә-тирәлә йәшәүселәрҙе 30 ғинуарҙа ҡыуандырмаҡсы.

Йырлар сағыЙырлар сағы
Йырлар сағы

 

Самый йырлар сағы

 

Профессиональ сәхнәлә тәүге концертын ҡуйыусы йырсы Йәғәфәр Нәҙершин

1985 йылдың 19 декабрендә Ҡотан ауылында Сәфәрғәли Мөхәммәтғәли улы менән Зәлифә Ғәйзулла ҡыҙының күркәм ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә.

-Атайымдың әсәһе Миңһылыу өләсәйем халыҡ йырҙарын иҫ китмәле юғары оҫталыҡ менән башҡарҙы. Ун бала тәрбиәләгән өләсәйемдең һигеҙ улы ҡурайҙа, гармунда, баянда уйнай, ике ҡыҙының береһе--гармунсы, икенсеһе--мандолинасы»,--ти ул йырға-моңға һәләтенең ҡайҙан булыуын аңлатып. Ике туғандары, йырсылар--Линар Белый, Хәйҙәр Нәҙершин менән дә ул сикһеҙ ғорурлана.

Ижади мөхиттә буй еткергән Йәғәфәр ҙә бәләкәй сағынан йырсы булырға хыяллана. 10-сы класты тамамлап йөрөгән мәлдә, әмәлгә ҡалғандай, Бөрйән районының «Таң» гәзитендә Сибай педагогия колледжына уҡырға саҡырыу тураһында иғлан күреп ҡала һәм һәләтле егет бер ниндәй ауырлыҡһыҙ уҡыу йорто студенты булып китә. Колледждың «Тулҡын» бейеү ансамблендә шөғөлләнә, бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Вокал буйынса билдәле педагог Джон Мусиндан һабаҡ ала.

– Өсөнсө курста уҡығанда тәү тапҡыр үткәрелгән «Гәлсәр һандуғас» проектында ҡатнашып, дирижерлыҡ буйынса уҡытҡан хөрмәтле педагогым Рима Ғәлина яҙған «Аҡ таңдар» йыры менән дипломант булдым. Остазымдың Мәүлит Ямалетдинов һүҙҙәренә ижад иткән «Дәүерҙәр» йырын да тамашасы яратып ҡабул итте. Ҙур сәхнәлә уңыш яулауҙар күңел ҡанаттарымды нығытты, яңы үрҙәргә әйҙәне,--тип студент йылдарында өлгәшкән тәүге уңыштарын барлай йырсы. 2006 йылда,  V курста уҡығанында, йәш талант Татарстандың Лениногорск ҡалаһында педагогия колледжы студенттары араһында уҙғарылған Урал, Төньяҡ Кавказ, Волга буйы төбәк-ара йыр конкурсында ҡатнаша. Бөрйән егете бында ла һынатмай, йөҙәрләгән ҡатнашыусы араһында икенсе урынды ала. «Был еңеүем тормошомда иң иҫтәлекле, шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе булды, шундай дәртләнеп ҡайттым унан», – ти ул.

Уҡыу йортоноң һуңғы курсында Йәғәфәр йән һөйгәне, яҡташы--Бөрйән районының Яңы Усман ауылы ҡыҙы, колледждың мәҙәни түңәрәгендә бергә шөғөлләнгән

Рәсилә Ғәзизйән ҡыҙына өйләнә. 2006 йылдың 21 майында йәш ғаилә тормошона йәм өҫтәп, тәүге улдары тыуа. Уҡыуҙы тамамлағас, Нәҙершиндар Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәй, Йәғәфәр Сәфәрғәли улы район мәҙәниәт йортона йырсы булып урынлаша, тамада булып та эшләргә өлгөрә. Ике йылдан һуң тыуған яҡтарына ҡайталар. Талантлы музыкант мәҙәниәт йортонда ла, мәктәптә лә эшләй. 2008 йылда тынғыһыҙ егет ситтән тороп БДУ-ның Сибай институтына--музыка бүлегенә уҡырға инә. 2009 йылдың 21 майында, теүәл өс йылдан һуң, матур ғаиләгә ҡот өҫтәп, икенсе улдары донъяға ауаз һала. Бер аҙҙан Нәҙершиндар, гүзәл йәшлек ҡалаларын һағынып, бында балалар тәрбиәләүгә лә, уҡытыуға ла мөмкинлектәр күберәк, тип Сибайға күсенә. Таусылар ҡалаһында өсөнсөгә атай булыу бәхетен кисерә Йәғәфәр, улына талантлы яҡташы, йырсы Райман Ишбаевтың исемен ҡуша.

Шулай итеп, 2011 йылда Йәғәфәр Нәҙершин үҙе музыка уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштергән Сибай педагогия колледжына уҡытыусы булып эш башлай. Оҙаҡламай БДУ-ның Сибай институтында икенсе юғары белем—башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштереп, ҡала мәктәптәрендә балаларға әсә теленән дәрес бирә. Тел, милләт, рух һағында тырышып эшләүе уңыштарға илтә--«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулай. 15 йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеге 2021 йылда «Башҡортостан Республикаһының сәғариф алдынғыһы» билдәһе менән баһалана. Башта 5-се мәктәптә директорҙың тәрбиәүи, унан уҡыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнһә, аҙаҡ директор вазифаһына үрләтәләр.

-Сибай—беҙҙең йәшлек ҡалабыҙ. Бында мөхит үҙе бер башҡа: рәхәтләнеп ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшәләр, бөтә ерҙә лә милли рух бөркөлөп тора. Ошо яғы менән ул беҙҙе әсир итте. Көтөп алған ҡыҙҙарыбыҙ Заһиҙә, Зөбәйҙә лә ошонда тыуҙы. Улдарым хәҙер ҙур үҫте: өлкәне Илйәмгә 18 йәш, Сибай күп тармаҡлы професииональ колледжда уҡый, һәр яҡлап ярҙамсым һәм таянысым. Әлихан--9-сы, Райман—5-се, Заһиҙә 2-се класта уҡый. Кинйәкәйебеҙгә 2 йәш булып килә,--тип ғаиләһе менән таныштырҙы йырсы.

Ҡатыны Рәсилә Ғәзизйән ҡыҙы Йәғәфәр Сәфәрғәли улы директор булып эшләп киткән ҡаланың 5-се мәктәбендә юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы.

-2023 йылдың октябрендә Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй башлағас, күптәр аптыраны. Эйе, 5-се мәктәптә ауыр ваҡыттарҙа етәкләнем. 3 йыл дауамында белем усағында капиталь ремонт дауам итте. Мәктәп бинаһы тулыһынса яңыртылды, биләмәһе төҙөкләндерелде, заманса ҡорамалдар ҡайтарылды. Коллегалар менән белем биреүҙән тыш, рәссам да, биҙәүсе лә булдыҡ, төҙөлөш эштәре оҫталарына әйләнеп бөттөк. Хужалыҡ эшмәкәрлегендә туплаған был тәжрибәм, етмәһә шәхси йортта йәшәгән кешегә, бик кәрәк. Киләсәктә балаларыма тормош ҡорорға ярҙам иткәндә лә юғалып ҡалмаҫмын тип ышанам,--тип һөйләй Йәғәфәр Сәфәрғәли улы.

Белем усағында ремонт ахырына етеп, барыһы ла үҙ урынына ҡайтҡас, директор күңеле ятҡан шөғөлгә—профессиональ сәхнәгә сығып йырларға, тамашасыларға позитив энергия бирергә, ижади асыштары менән ҡыуандырырға, фәлсәфәүи фекерҙәре менән уртаҡлашырға ҡарар итә. Әлбиттә, башта уға ауыр була, халыҡ алдына сыҡҡанда юғалып ҡала. Әммә яйлап сәхнәлә үҙен тоторға өйрәнә, хореография менән шөғөлләнеү, сәхнә оҫталығы буйынса һабаҡ алыу, гастролдәргә йыш йөрөү ҡаушауын тиҙ юҡҡа сығара. -Күңелем түрен ташып-урғылып торған йыр-моң биләп алһа ла, уҡытыусылыҡ минең ҡанымда. Ике эшем дә яҡын һәм танһыҡ,--ти ул.

-Нимә ауырыраҡ: мәктәп директоры булыумы һәм сәхнәлә сығыш яһаумы?—тигән һорауға йырсы:

-Мәктәп директорының иңендә бик күп бурыстар ята. "Мәғариф" милли проектына ярашлы уҡыу процессын, педагогтар эшмәкәрлеген көйләү, уҡыусылар именлеге һағында тороу һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр өсөн яуаплыһың. Сәхнәлә еңелерәк, сөнки, үҙең һәм үҙ сығышың өсөн генә яуап бирәһең. Әммә артистың да эше татлы шәкәр түгел: тамашасылар һине ихлас ҡабул итһен, яратһын өсөн үҙең өҫтөндә ныҡ эшләргә, репетицияларҙы ҡалдырмаҫҡа, йырҙың текстарын ятларға кәрәк. Сәхнәгә һәр сығыш—ҡаушау менән көрәш. Бындай осраҡта гел генә үҙемә эстән генә мин булдырам, барыһы ла яҡшы була, тигән әмер бирәм.

Форсаттан файҙаланып, сибайҙарҙы 30 ғинуарҙа уҙасаҡ концертыма саҡырам!
Мәҙәни сарала үҙем яратып башҡарған йырҙарҙан тыш, өр-яңылары ла яңғыраясаҡ. Шулай уҡ ижадташ дуҫтарым, оркестр, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле иҫ киткес сығыштары менән тамашасылар күңелен арбаясаҡ,--тип һүҙен йомғаҡланы йырсы.

Барайыҡ дуҫтар! Ҡышҡы оҙон кистә моң тулҡындарында тирбәләйек!

Гөлдәр Ҡадаева.

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас