Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбиров:“Беҙҙең бурыс – телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм Башҡортостан сәнғәтен һаҡлау”,—тине тура бәйләнеш мәлендә. Был тәңгәлдә Сибай ҡалаһында күп єштәр юашҡарыла, бик күп мәҙәни усаҡтар эшләй.
Башҡортостандың көньяҡ райондарында халыҡтың рухи, эстетик кимәлен күтәреү һәм мөмкин тиклем күберәк музыкаль һәләтле балаларҙы юғары академик традицияға йәлеп итеү теләге Сибай ҡалаһында 1994 йылда Өфө урта махсус музыка мәктәбенең филиалын асыуға булышлыҡ итә. Хәҙерге ваҡытта Урта махсус музыка колледжы бюджет профессиональ белем биреү учреждениһының Сибай филиалы булараҡ билдәле.
Уҡыу йортоноң географик урыны, белем биреү эшмәкәрлеге һәм социаль йүнәлеше Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Учалы райондарында, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында йәшәгән балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм уңайлы.
Музыкаль профессионализм юғарылығына инеү иртә йәштән башлана. Колледж вәкилдәре алыҫ райондарҙан һәләтле балаларҙы махсус музыка колледжына һайлап ала. Бында уҡыусылар өсөн колледж эргәһендә интернат эшләй, унда улар йыл дауамында йәшәй, каникул ваҡытында өйҙәренә ҡайта.
Хәҙер филиалда Урал аръяғы райондарынан һәләтле 40 бала белем ала. Интернатта 25-тән ашыу уҡытыусы һәм тәрбиәсе эшләй. Дөйөм урта белем биреү менән бер рәттән музыкаль белем бирелә. Республиканың милли үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡытыу рус һәм башҡорт телдәрендә алып барыла.
Сибай филиалы коллективы эшмәкәрлеген ойоштороуҙа беренсе директор А.Ә.Нурмөхәмәтованың роле ҙур. Альбина Әҡсән ҡыҙы педагогик коллективты туплауға, традициялар булдырыуға, кәрәкле профессиональ педагогик кимәлгә күтәрелеүгә тос өлөш индерә. 2010 йылдан колледж филиалы менән Ирек Радик улы Мырҙабулатов етәкселек итә. Ул—яңы быуын етәксеһе, «Тынлы инструменттар» һөнәре буйынса юғары категориялы уҡытыусы, уның профессиональ һәләте, талапсанлығы, коллегаларына, балаларға ихтирам менән ҡарауы бер маҡсатта тырышып эшләргә мөкминлек бирә.
Беҙҙең колледжды тамамлаусылар, уҡыу йортоноң йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә лайыҡлы шәхес булып танылды. Руслан Бикҡолов—Л.Зыкина исемендәге «Рәсәй» дәүләт академия рус халыҡ ансамбленең солисы, Салауат Мөхәмәтйәров—солист-вокалист, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Рәил Аллаяров—Өфөләге Ф.Шаляпин исемендәге концерт залы директоры, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Людмила Ҡәҙербаева—Рәсәй мәғариф академияһының Смольный институтында виолончели класы уҡытыусыһы, Салауат Моратов—Ф.Ғәскәров исемендәге ансамблдә оркестр солисы, Азамат Әхметзадин—Гнесиндар исемендәге институт студенты, Вәсил Ғафаров һәм Салауат Мөхәмәтйәров—«Мираҫ» йыр һәм бейеүҙәр фольклор ансамбле солистары, Вәсилә Исхаҡова, Алина Сөләймәнова—Башҡортостан милли симфония оркестры артистары, Аяз Нухов—Башҡортостан йәштәр симфония оркестрының директоры, Артур Ибраһимов—Королев оркесты артисы (Марокко); Шәһитулла Хамматов—М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артисы, Айһылыу Сәйфуллина—Е.Светланов исемендәге дәүләт академия симфония оркестры артисы, Әлфиә Ғәлимова—Өфөлә уҡытыусы.
Юғары белем алып, Сибайҙа эшләп йөрөүсе уҡыусыларыбыҙ, хәҙер инде коллегаларыбыҙ Миләүшә Мөстәхетдинова, Илшат Тулыбаев, Замир Йәнтүрин, Альмира Баймурзина, Гөлнәзирә Йәнсәйетова, Айһылыу Яхина менән дә ғорурланабыҙ.
Уңыштарға өлгәшеүҙә уҡытыусыларҙың оҫталығын әйтмәй, өлөшөн билдәләмәй булмай. Башланғыс класс уҡытыусылары—Р.Г.Нурмөхәмәтова, Г.Ф.Вәлиуллина, Н.Ч.Абдуллина, Г.Р.Нурмөхәмәтова, З.С.Ярасбаева, Г.Л.Байрамғолова, М.К.Исламғолова, Г.Д.Мәмбәтова, тәрбиәселәр З.Н.Абдулхалиҡова, Р.К.Тураева, И.М.Бүләкова, А.И.Сынбулатова, М.М.Ҡәҙербаева, Э.Н.Мансурова, А.М.Ғөзәирова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Н.К.Ҡаһарманова, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Н.М.Иманова, В.В.Мырҙабулатова, Н.В.Моратова, А.Н.Ионова, М.Х.Мөстәхетдинова, Н.П.Демченко, А.Г.Булатова, П.А.Новокшенова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы И.М.Сафиндар бик маҡтаулы эшләй. Филиал эшмәкәрлеген финанс, хужалыҡ, техник тәьминәтенә яуап биргән хеҙмәткәрҙәр Г.М.Әхтәмова, Л.Х.Вәлиева, М.Р.Абдрахимова, В.И.Зиннурова, А.Г.Нурасова тик ихтирам ғына уята. Элек беҙҙә эшләп китеүселәрҙе лә тик яҡшы яҡтан иҫкә алабыҙ.
Күп осраҡта талантлы музыканттарҙы ансамблдәрҙә һәм хорҙа коллектив башҡарыу формалаштырыуға булышлыҡ итә. Беҙҙә баянсылар, скрипкасылар, думбрасылар, ҡурайсылар ансамблдәре, хор һәм фольклор коллективтары ойошторолған.
Ошо көндәрҙә беҙҙең колледж үҙенең күркәм юбилейын—30 йәшен билдәләй. Ошо уңайҙан 12 декабрҙә Сибай сәнғәт колледжы залында байрам концерты ойошторола.
Н.М.Иманова, директор урынбаҫары.
—Урал аръяғы үҙәге булған Сибайҙа ошондай мәктәптең булыуы оло мәртәбә. Төбәгебеҙҙең һәләтле балалары бында урта белем алып ҡына ҡалмай, ә талантын профессиональ йәһәттән үҫтерә һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашып ҡанатлана. нығынып алғас, артабан уҡыуын дауам итә, билдәле шәхес булып китәләр. Ғөмүмән, Башҡортостанда мәҙәниәткә иғтибарҙың булыуы һөйөндөрә. башҡортостан Башлығы Р.Хәбиров тура бәйләнеш мәлендә лә был хаҡта әйтеп үтте,—ти Сибай ҡалаһы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альбина Ярмуллина.