-5 °С
Болотло
Билдәле кинорежиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы быйыл ноябрь-декабрь айҙарында Германияның Галле, Төркмәнстандың Ашхабад, Мәскәү, Мурманск һәм Ҡыҙыл ҡалаларында күрһәтелә. Башҡорт тамашасыһы танылған кинокартинаны Өфө кинотеатрында ҡарарға мөмкин. Ул 29 ноябрҙә йәнә «Синема Парк» кинотеатры экранына сыға.
Фильм ғаилә ҡиммәттәре, ауылдарҙың бөтөүе, изге атай нигеҙе хаҡында бәйән итә. Төп ролдә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин уйнай.