Кисә Сибай халҡы шәп тамашаның шаһиты булды. Улар ҡаланың “Атмосфера” кинотеатрында Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы, йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның “Нигеҙ” фильмын ҡараны.
Был Фәрзәнәнең өсөнсө киноһы. Әйткәндәй, күптән түгел «Нигеҙ» фильмы XVII Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашып, «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яулағайны. Яҡташыбыҙҙың ҡыҫҡа метражлы фильмы өсөн 25 милли кинокартина араһында Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа.
Фильм бик тетрәндергес булды. Тормошсан, тәрән мәғәнәне үҙ эсенә алған ҡыҫҡа ғына кинола күпте аңларға мөмкин.
“Нигеҙ” Күгәрсен районы Түләбай ауылында төшөрөлгән. Төп ролдә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин уйнай. Уның образы бик матур бирелде. Актер үҙ ролен – ауылдан китмәй, ата нигеҙендә йәшәүсе бабай ролен урын-еренә башҡарҙы, яһалмалыҡ булманы.
Яңғыҙы ауыл ерендә йәшәүсе ҡарт нисек көн күрә? Уны алып ҡайтырға тип ҡаланан ҡайтҡан улы артынан китерме? Ҡарттар йортона барырға ризалашырмы?
Был хаҡта һеҙ “Нигеҙ”ҙе ҡарап белерһегеҙ. Фәрзәнә Утарбаева әйтеүенсә, август айында йәнә сибайҙарға тәҡдим итергә уйлайҙар. Иғлан күрһәгеҙ, мотлаҡ барығыҙ, күрегеҙ!
Ә Фәрзәнәгә иһә уңыштар теләйбеҙ! "Нигеҙ" фильмы карьерағыҙҙың уңышлы нигеҙе булып, яңы уңыштарға әйҙәһен!