Булғандың ҡәҙерен белмәйбеҙ, юғалтһаҡ—илайбыҙ. Был тормош ҡануны. Ысынлап та, күптәребеҙ янындағы кешеләрҙең ҡәҙерен белмәй китә, уларҙы һанламай. Башҡаларҙан әллә нәмәләр талап итәбеҙ, ә үҙебеҙ кәрәкле иғтибарҙы бүлеп етәбеҙме?
Тормошта бер нәмә лә ябай ғына бирелмәй. Һәр нәмәгә үҙ хаҡын алабыҙ. Аламалыҡты күрмәйенсә, яҡшылыҡты ла аңламайбыҙ.
Тиҙҙән А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Дағстан Республикаһының Дербент ҡалаһынан Табарсан театры спектаклдәр тәҡдим итә. 11 июндә киске сәғәт 7-лә башланасаҡ “Ҡәйнә” спектаклендә нәҡ ошо тормош ҡанундарын күрергә була. Ҡәйнә ниңә ябай ғаиләлән төшкән киленен һыйҙырмай? Яңы килене ниндәй буласаҡ?
Бынан тыш, Дағстандан килгән театр 11 июнь иртәнге сәғәт 10-да балалар өсөн “Өләсәй серҙәре”н сәхнәләштерә. Ә 12 июнь “Ҡул таяҡлы байрам” исемле спектакль күрһәтелә. Рәхим итегеҙ!
12+