Радий Хәбиров Сергей Безруковты һәм Денис Мацуевты юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләкләү тураһында указдарға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер улар икеһе лә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы исемен йөрөтәсәк.
«Башҡортостан халҡы уларҙың һәр береһен бик ярата. Уларҙың сығыштарында— һәр ваҡыт тулы аншлаг. Мин улар «Башҡортостандың халыҡ артисы» исемен ғорур йөрөтөр тип ышанам. Ҡотлайым!» - тип яҙа республика Башлығы рәсми сәхифәһендә.
Кисә танылған пианист, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев һәм күренекле актёр, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге Музыка музейында булды.
«Улар беҙгә Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған саралар сиктәрендә музыкаль фестиваль һәм яңы спектакль менән килде. Музейҙың ҡунаҡтарға оҡшауына бик шатмын. Ул ҙур булмаһа ла, күңелгә ятышлы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Денис Леонидовичҡа һәм Сергей Витальевичҡа Өфөлә ҡуйған концерттары һәм спектаклдәре, ғөмүмән, Башҡортостанға иғтибары өсөн рәхмәтлемен. Үҙебеҙҙә баш ҡала концерттары һәм спектаклдәре мөхитенә сумыу, илебеҙҙең бөйөк мәҙәниәтенә ҡағылыу мөмкинлеге булыуы бик мөһим».