Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май , 14:45

ҠАФ ТАУЫНАН ҠУНАҠ КИЛӘ

Ҡунаҡ әҙ ултыра, күп һынай, ти башҡорт мәҡәле. Беҙ уларҙы, улар беҙҙе һынар--ике яҡтың да ихласлығынан тора инде һынау кимәле. Ихласлыҡҡа килгәндә, ул сифатты ла беҙгә кемдәндер бурысҡа алып тороу кәрәкмәй, уңлы-һуллы ҡыуанып таратабыҙ беҙ уны. Тағы бер ғиллә бар: Табасаран театрына 21 йәш, беҙгә--91! Тимәк, олатай-өләсәй ейән-ейәнсәрен ҡаршы алып ҡунаҡ иткән һымаҡ була түгелме?

ҠАФ ТАУЫНАН ҠУНАҠ КИЛӘ
ҠАФ ТАУЫНАН ҠУНАҠ КИЛӘ

Ҡунаҡсыллыҡ борондан ҡаныбыҙға һеңгән. Тимәк, был йоланың киләсәге бар--ҡанға һеңгән хәтер быуындан быуынға күсә. Беҙ бит күршебеҙ үҙ йомошо менән инһә лә, оло ҡунаҡтай күрәбеҙ, ә инде алыҫтан сит-яттар килһә, йығылып китерҙәй булып ҡунаҡ ҡаршылайбыҙ. Тиҙҙән Ҡаф тауҙарынан ҡунаҡтар килергә тора. Дағстан Республикаһының Дербент ҡалаһынан Табасаран театры беҙҙең тарафтарға юлға сығырға йыйына. Көҙгөһөн беҙҙең Сибай театры, ҡунаҡ ашы--ҡара-ҡаршы, тигәндәй, Кавказ яҡтарына гастролгә барасаҡ. Был осрашыуҙар Рәсәй буйынса барған “Ҙур гастролдәр” программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ҡунаҡтарыбыҙ, әлбиттә, буш ҡул менән килмәй, улар, йолаға ярашлы, күстәнәстәрен алып килә. Балалар өсөн “Өләсәй серҙәре” спектаклен бүләк итһәләр, өлкәндәргә “Ҡәйнә” һәм “Ҡул таяҡлы байрам” исемле ике спектакль күрһәтәсәктәр. Исеменән үк күренеп тора, “Ҡәйнә”ләге ваҡиғалар ҡәйнә менән килен араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡоролған, ғаилә бәхете матди байлыҡта түгел, ә йылы мөнсәбәттәргә бәйле икәнен табасарандар беҙгә тағы бер тапҡыр иҫбатлаясаҡ.

“Ҡул таяҡлы байрам” комедияһы ла сибайҙарға хуш килер, моғайын. Әлегә эстәлеген алдан һөйләмәйем, тамашаны килеп күреү күпкә ҡәҙерлерәк бит ул. Ҡунаҡ әҙ ултыра, күп һынай, ти башҡорт мәҡәле. Беҙ уларҙы, улар беҙҙе һынар--ике яҡтың да ихласлығынан тора инде һынау кимәле. Ихласлыҡҡа килгәндә, ул сифатты ла беҙгә кемдәндер бурысҡа алып тороу кәрәкмәй, уңлы-һуллы ҡыуанып таратабыҙ беҙ уны. Тағы бер ғиллә бар: Табасаран театрына 21 йәш, беҙгә--91! Тимәк, олатай-өләсәй ейән-ейәнсәрен ҡаршы алып ҡунаҡ иткән һымаҡ була түгелме? Нисек булһа ла, ҡунаҡ ике көн--11, 12 июндә дауам итәсәк. Спектаклдәргә рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасыларыбыҙ!

Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.

Автор:
Читайте нас: