АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Май , 09:40

Йылайыр ҡурайсылары һанатмай!

17-18 майҙа Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIII республика ҡурай байрамы үтте. Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар ҡатнашты. Ярышта Йылайыр районы намыҫын был мәртәбәле сарала Ҡашҡар ауылы уҡыусылары Юлгилдин Илһам, Ҡоҙашев Аҡназар һәм Юлгилдин Рушан яҡланы.

Йылайыр ҡурайсылары һанатмай!
Йылайыр ҡурайсылары һанатмай!

Аҙаҡҡы икәүһе дипломант булһа, Илһам иһә Ҡурай байрамының II дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Уҡытыусылары - Нәҙерғолов Дәүләткирәй Хөсәйен улы. Әйткәндәй, Ғата Сөләймәнов исемендәге XXIII республика ҡурай байрамы республика конкурсында тағы ике райондашыбыҙ сығыш яһаны. Улар ҙа сығыштары менән Ҡашҡар ауылынан: Илгиз Нәҙерғолов менән Әғләм Юлгилдин, икәүһе лә II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Афарин, егеттәр! 

Текст һәм фото Илшат Солтангәрәев сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: