Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Май , 15:15

Мәҙәниәт, тел, милләт, рух һағында торалар

Сибай концерт-театр берекмәһе 30-сы ижад миҙгелен япҡан «Серле мираҫ» мюзиклында быуындар бәйләнеше, экологик мәсьәләләр, йәштәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү, туған тел, мәҙәниәт кеүек кеүек бөгөнгө көндә бик актуаль булған донъяуи темалар күтәрелә. Иртәгә, йәғни 14 майҙа ижади коллектив мюзиклды Өфө тамашасыһына "Башҡортостан" дәүләт концерт залында күрһәтә.

Мәҙәниәт, тел, милләт, рух һағында торалар
Мәҙәниәт, тел, милләт, рух һағында торалар


Яңы алымдар, үҙенсәлекле асыштар, яңы тауыштар менән барған премьераны тамашасылар яратып ҡабул итте. Теманың көнүҙәклеге, сәхнә биҙәлеше, 3D проекция, уңышлы хореография, костюмдарҙың төрлөлөгө - быларҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы мюзиклды тағы ла тулыландырҙы.
Тамаша «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль программаһы гранты ярҙамында сәхнәгә сығарылды.
Сценарий авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова; режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова; сәхнә биҙәлеше рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров; композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин; костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова; кейемдәрҙе тегеүсе – Ольга Михайлова; балетмейстер – Александр Родионов; видеоконтентты эшләүсе – Айҙар Йосопов.

Өс тиҫтә йыл эшләү дәүерендә мәҙәниәт усағыбыҙ бик күп уңыштарға өлгәште. Уҙған миҙгел дә иҫтәлекле, сағыу ваҡиғаларға бик бай булды. Был осорҙа Сибай ҡалаһында ғына түгел, Урал аръяғы, республика ҡала һәм райондарында, унан ситтә лә күпләп сығыш яһаныҡ. Артистарыбыҙ Мәскәү ВДНХ-һында оҙайлы ваҡыт дауам иткән “Рәсәй” күргәҙмәһендә ҡатнашты, әле лә унда баш ҡала халҡын йыр-моңдары менән ҡыуандырыуын дауам итә. Коллектив мәҙәниәт һөйөүселәрҙең зауығына тура килерлек, башҡорт, рус телдәрендә береһенән-береһе шәп концерт, театрлаштырылған тамаша, спектакль әҙерләп сығарып, тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Ғәҙәттәгесә, ижади миҙгелде япҡанда эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Эштәрендә уңыштарға өлгәшкән, оҙаҡ йылдар мәҙәниәткә, сәнғәткә намыҫлы хеҙмәт итеүсе бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы наградалар тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Рәшит улы Ғайсин оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт, туған тел, милли рух, үҙаң үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатын
 Исяноманова Гөлнара Әмир ҡыҙы – балет артисы, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы
Иҫәнбаева Регина Рәмил ҡыҙы – балет артисы, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы
Хәсәнова Вәсилә Вәсбитдин ҡыҙы – филармония асылған көндән алып эшләүсе оркестр артисына тапшырҙы.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте һәм республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән
Нурмөхәмәтова Әлиә Ишбулат ҡыҙы – балет артисы, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы
 Атанбаев Урал Ҡаһарман улы – драма артисы бүләкләнде. Егет апрель башында Рәсәй Хәрби көстәре сафына хәрби хеҙмәткә саҡырылды. Шуға күрә уның наградаһы ата-әсәһе
Атанбаев Ҡаһарман Сәлимйән улы менән Мөнирә Амирхан ҡыҙына бирелде.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” маҡтаулы исеменә “Сулпан” балалар театрының драма артисы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының оборона министрлығының фронт агитбригадаһында хеҙмәт итеүсе Сәфәров Илнур Венер улы лайыҡ булды.
Ошондай уҡ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” маҡтаулы исеме
оркестр артисы, оркестр етәксеһе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһының оборона министрлығының фронт агитбригадаһында хеҙмәт итеүсе Далхин Радик Кәрим улына бирелде.
Ҡотлайбыҙ!
Сибай ҡала хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлиә Нәҙерғолова ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн һәм 60 йәшлек юбилейы уңайынан
Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округы Советының Почет грамотаһы менән администраторыбыҙ Ғәлина Әнисә Баҡый ҡыҙын бүләкләне.
Ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитеты рәйесе Сажида Ғәниева эштәрендә өлгәшкән юғары уңыштары, профсоюз тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн
Дөйөм Рәсәй профессиональ мәҙәниәт союзының Почет грамотаһы менән
Сибай концерт-театр берекмәһе тегенсеһе Заманова Зинира Хәсән ҡыҙын, “Сулпан” балалар театрының драма артисы, Сибай концерт-театр берекмәһенең беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе
Исламғолова Гөлназ Рәис ҡыҙын бүләкләне.
Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, эштәрендә өлгәшкән юғары уңыштары, профсоюз тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитетының Почет грамотаһына
Сибай концерт-театр берекмәһенең
яҡтылыҡ буйынса рәссамы Алтынбаев Мөрит Ғәлимйән улы, вокал артисы Әсәҙуллина Айгөл Ислам ҡыҙы, драма артисы Фәһим Ҡустыбай улы Сөнәғәтов, драма артисы Сөнәғәтова Рәмзиә Салауат ҡыҙы, балет артисы Элина Илһам ҡыҙы Үҙәнова, артист, солист-инструменталист Шәрәфиев Дим Барис улы лайыҡ булды.
Ҡотлайбыҙ!

Мәҙәниәт, тел, милләт, рух һағында торалар
Мәҙәниәт, тел, милләт, рух һағында торалар
Мәҙәниәт, тел, милләт, рух һағында торалар
Автор:Гульдар Кадаева