Яңы алымдар, үҙенсәлекле асыштар, яңы тауыштар менән барған премьераны тамашасылар яратып ҡабул итте. Теманың көнүҙәклеге, сәхнә биҙәлеше, 3D проекция, уңышлы хореография, костюмдарҙың төрлөлөгө - быларҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы мюзиклды тағы ла тулыландырҙы.
Тамаша «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль программаһы гранты, "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында сәхнәгә сығарылды.
Сценарий авторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова; режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова; сәхнә биҙәлеше рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Альберт Нестеров; композитор - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин; костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова; кейемдәрҙе тегеүсе – Ольга Михайлова; балетмейстер – Александр Родионов; видеоконтентты эшләүсе – Айҙар Йосопов.