Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Апрель , 21:50

Мин яратам һине, тормош!

Йәмле яҙ миҙгеле тулыһынса үҙ көсөнә ингән мәлдә Йылайыр районында «Мин яратам һине, тормош!» республика фестиваленең төбәк этабы үтте. "Демография" милли проектына ярашлы ойошторолған фестиваль ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән йыл һайын ойошторолоп килә һәм ул быйыл Ғаилә йылына бағышланды.

Мин яратам һине, тормош!
Мин яратам һине, тормош!

Сарала Межгорье, Сибай ҡалаларынан, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр,Ейәнсура, Учалы һәм Хәйбулла райондарынан барған таланттарҙың матур сығыштары менән үрелеп барҙы, зал тулы тамашасы һәр сығышты ихлас күңелдән ҡабул итте.


Йылайыр мәҙәниәт йортоноң фойеһында ҡул эштәре күргәҙмәһе ойойшторолған. Ошонда уҡ Белорет районынан килеүселәр «Сюрприз» спектаклен сәхнәләштерҙе.
Сәхнәлә иһә һәр кем ышаныслы тотто. Төрлө тарафтарҙан йыйылған өлкән быуын вәкилдәренән торған ансамблдәр береһенән-береһе уҙҙырып сығыш яһаны. Рәсәй һәм Башҡортостандың атаҡлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән, атҡаҙанған артистарҙан торған жюриға иң-иңдәрҙе киләһе турға һайлап алыу еңелдән булманы.


Йылда үткәрелеп килгән фестиваль өлкән быуындың ижади эшмәкәрлегенә йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, уларҙың һәләтен үҫтерергә ярҙам итеү, интеллектуаль һәм ижади потенциалын мәҙәниәттә ҡулланыу һәм, әлбиттә, таланттарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола.

Фестиваль “көмөш” быуын үҙешмәкәр артистары араһында иң билдәле ваҡиғаларҙың береһе генә түгел, иң кәрәклеһе, мөһиме булып тора, тип ҡыйыу әйтергә мөмкин, сөнки был сара өлкән быуын кешеләренең ижади потенциалын асыуға, уларҙың йәмғиәттәге ролен күтәреүгә хеҙмәт итә.

Автор:Гульдар Кадаева