АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Апрель , 20:20

ИР-ЕГЕТ БАР ЕРҘӘ - ДАН БАР!

Бөгөн сәхнәгә сығып, ҡулдарын берсә өҫкә һоноп, берсә йөрәк тәңгәленә һалып “Мин башҡорт балаһы” тип йырлаған, йә иһә ғорур ҡараштары менән осҡон сәсеп, “Мин дә үҫкәс һалдат булам” тип йыр һуҙған малайҙарҙы сәхнәлә күреү һоҡланғыс күренеш ине. Рух аңҡыған, саялыҡ бөркөлгән, ир-егет тауышы нығыраҡ яңғыраҡ ерҙә киләсәккә ышаныс арта икән! Ысын, был һис арттырыу түгел! Милләтебеҙ терәүе, таяуы булырҙай малайҙар, егеттәр үҫеп килә икән дә баһа, тип ҡыуандыҡ. Элек инәйҙәр бәләкәй генә ир балаларҙың да юлын ҡыймаҫҡа ҡуша ине. Бында бит оло мәғәнә ята. Борон-борондан милләтебеҙҙә ирҙәрҙе ир, хужа, бер башҡа юғары итеп тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бирелгән. Үкенескә күрә, бөгөн бындай тәрбиәүи аҙымдар юғала бара. Ябай ғына ярыш-конкурстарҙы алһаҡ та ҡыҙҙарға өҫтөнлөк бирелә, улар күпселекте тәшкил итә. Ә бына бөгөн Сибай ҡалаһында үткән беренсе асыҡ ҡала конкурсы беҙҙе һөйөндөрҙө. Сөнки сәхнәгә бары тик атайҙар һәм уландар сыҡты. Моң бәйгеһендә Баймаҡ, Бөрйән райондарынан, Сибай ҡалаһынан 8 ансамбль (конкурсант) көс һынашты. Конкурс инициаторы, сараны ойоштороусы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһының ир-егеттәр ҡоро ағзаһы Рәмил Туйсин әйтеүенсә, бында талантҡа түгел, ә рухҡа, быуындар бәйләнешенә төп иғтибар бүленде. Ысынлап та, малайҙарҙың, үҫмерҙәрҙең милли моңдо тойоуы, сәхнәлә атаһы менән йәнәш ғорур баҫып тороуы, бүләкләнеүе, алҡышҡа күмелеүе үтә лә мөһим ине. Моғайын да, улар ошо саранан бер башҡа үҫеп, ҡанатланып, дәртләнеп ҡайтҡандыр. Рәмил Париж улының теләге лә ошо урында бик әһәмиәтле булды: “Алла бирһә, донъялар тынысланып, бөтә балалар атаһына арҡаланып йәшәһә ине”,--тине ул. Эйе, балаларҙың арҡаланыр, таяныр атаһы булһын. Шундай атайҙар күберәк булһын өсөн беҙ бөгөн өлгө булырға тейешбеҙ, ир балаларҙы үҙ аяғында ныҡлы баҫып торған ир итеп, рухлы, айыҡ аңлы итеп үҫтерергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн һис шикһеҙ быуындар бәйләнеше ныҡ булырға тейеш. Эйе, “Атайҙар һәм уландар” конкурсы тәүгә ойошторолдо. Алыҫ араларҙы яҡынайтып Бөрйән районынан конкурсанттар килгәндә, Сибайҙың үҙенән бер генә ғаиләнең сығыш яһауы, Сибайға терәлеп тигәндәй ятҡан, йыр-моңға бай Йылайыр, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан конкурсанттар булмауы эсте бошорҙо. Шулай ҙа саранан күңелһеҙләнеп ҡайтманыҡ. Киреһенсә өмөт һәм дәрт уянды. Һис шикһеҙ, конкурс туҡтап ҡалмаҫ, конкурсанттар артыр, географияһы киңәйер, бәҫе күтәрелер.

ИР-ЕГЕТ БАР ЕРҘӘ - ДАН БАР!
ИР-ЕГЕТ БАР ЕРҘӘ - ДАН БАР!

Конкурстың ойоштороусылары, ҡатнашыусылары, бағыусылары хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында тулы мәҡәлә буласаҡ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: