Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель , 12:25

ӨЛӘСӘЙ МЕНӘН--КИТАПХАНАҒА

Йәш быуынды китап уҡыуға йәлеп итеү - көнүҙәк проблема. Улар телефондарҙа ултырғансы фәһемле китаптар уҡыһа, күпкә яҡшыраҡ. Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында балалар өләсәләре менән китапханаға килгән.

ӨЛӘСӘЙ МЕНӘН--КИТАПХАНАҒА
ӨЛӘСӘЙ МЕНӘН--КИТАПХАНАҒА

--Ғаилә йылы сиктәрендә үткән "Китапхана төнө” акцияһы “ Өләсәй менән - китапханаға!” исеме аҫтында үтте. Сараға саҡырылған һәр өләсәй китапханаға ейән-ейәнсәрҙәре менән килде. Өләсәй һыны һәр ғаиләлә элек-электән оло әһәмиәткә эйә, ҙур тәжрибәле, аҡыллы, уңған өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәр тәрбиәләшеүҙә мөһим урын биләп тора. Уларҙың яңы быуынды тәрбиәләүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ.
Сарала өләсәйҙәр балаларға әкиәт уҡыны, әкиәттәр аша фәһемле кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ балалар өләсәйҙәре менән бергәләп төрлө ҡыҙыҡлы “Күмер йөҙөк”, “Осто, осто” кеүек уйындар уйнаналар, мәҡәлдәрҙе дауам иттеләр, йомаҡ, ребус систеләр. "Шалҡан" әкиәтен әкиәттен сәхнәләштереп күрһәттеләр. Кисә барыһына ла оҡшаны.
Сара Ағинәйҙәр тарафынан әҙерләнгән фотозонала фото төшөү менән тамаланды,--тип хәбәр итә Сыңғыҙ ауылы китапханасыһы Миңзәлә Шахморатова.

Автор:Резеда Валиева