Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель , 17:05

Бер осрашыу - бер ғүмер

Төйәләҫтең уңған ағинәйҙәре «Күңел утрауы» клубы ағзаларына нисек тәңкәне дөрөҫ итеп тишеү, ялтыратыу, көмбәҙ яһау серҙәренә өйрәтте.

Бер осрашыу - бер ғүмер
Бер осрашыу - бер ғүмер

16 апрель көнө, Сибай ҡалаһының 2-се моделле китапхана-филиалының "Күңел утрауы" клубында Рима Ғәзимова етәкләгән Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре менән эшлекле осрашыу үтте. Сарала Төйәләҫтең уңған ағинәйҙәре «Күңел утрауы» клубы ағзаларына нисек тәңкәне дөрөҫ итеп тишеү, ялтыратыу, көмбәҙ яһау серҙәренә өйрәтте.
Бындай файҙалы осрашыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙарҙың оҫтабикәләр араһында даими үткәрелеп тороуы бигерәк тә ҡыуаныслы.
Ҡунаҡтарҙың үҙҙәре ижад иткән ҡул эштәренән – милли биҙәүестәрҙән ойошторолған күргәҙмәһе менән бер хайран итһә, оҫталыҡ дәресендәге йөкмәткеле һабаҡтары менән тағы ла нығыраҡ һоҡландырҙы. Сарала ағинәйҙәр матур итеп аралашып, һөнәрле булып, бик ҡәнәғәт булып таралышты.
Рима Сәйет ҡыҙы етәкселек иткән Төйәләҫ “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына афарин тип әйтке килә. Улар республика кимәлендә үткән төрлө күргәҙмәләрҙә, башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Күрше райондарға сығып, ошондай оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрә. Юҡ, улар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре түгел. Был эш өсөн улар эш хаҡы ла алмай. Улар был эште күңел ҡушыуы буйынса, үҙ иҫәптәренә башҡара. Милләттең аҫыл ҡомартҡыларын, йолаларын һаҡлау, башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғына хас кәсептәрҙе тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыу – бына уларҙың изге маҡсаты.

 

НӘЗИРӘ ИҘЕЛБАЕВА, китапхана мөдире.

 

 

Автор:Резеда Валиева