Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Март , 09:35

"Сулпан"да премьера!

«Өс туған, кинйәләре Иштуған» Журналист һәм яҙыусы Мөҙәрис Багаев иҫән сағында үҙен драматург булараҡ та танытып өлгөрҙө. Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры уның «Өс туған, кинйәләре Иштуған» әкиәтен сәхнәләштереп, бөгөн тәүге тапҡыр сәхнәгә сығарҙы. Спектакль йәш тамашасыға, йәғни мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән. Һәр сәхнә әҫәре, уның нигеҙенә һалынған идея тамашасы күңеленә барып етергә тейеш. Әкиәттең асылында белемдең иң ҙур көс икәнлеге ярылып ята.

"Сулпан"да премьера!
"Сулпан"да премьера!

Ысынлап та, белемле кеше генә барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға. «Көслө - берҙе, белемле - меңде еңер» мәҡәләһенең асылы ярылып ята. Өс бер туғандарҙың өлкәне - һунар, уртансыһы солоҡсолоҡ менән ныҡлы мауыға. Кинйәләренең генә бер ни ҙә эше юҡ, ул китапҡа текәлгән. Ағайҙары, һөйгән ҡыҙы ла уның был шөғөлөнән көлә, хатта мыҫҡыл итә. Әммә Иштуған уларҙың көлкөләре “яңырыуы” алда булыуын белгәнлектән, китаптан баш тартмай. Сөнки, китапта бар һорауҙарға яуап барлығын яҡшы аңлай. Күп уҡыуы, күп белеүе ағайҙарын бәләнән ҡотҡара, уларҙың баштарын һаҡлап алып ҡала, кәләшле итә, баштарын ергә эйҙертә, ә Иштуғанға тәхеткә үрләү, хан булып китеү мөмкинлеге тыуҙыра.

Әҫәрҙе сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов ҡуйҙы.

– Бөгөн йәштәрҙең, балаларҙың күбеһе мәғәнәһеҙ боевиктар ҡарай, йә булмаһа, компьютерға, замана гаджеттарына төбәлеп, интернет диңгеҙендә йөҙә, – ти әкиәтте ҡуйыусы-режиссер Вәкил Барый улы Йосопов. – Тик донъялағы иң ҙур телевизор экраны ла, икһеҙ-сикһеҙ социаль селтәрҙәр ҙә сәхнә геройҙары менән тамашасы араһындағы бәйләнеште алмаштыра алмай. Шуға күрә лә, был әкиәт аша балаларға китап уҡығанда, белемде даими камиллаштырғанда һәм булған белемде дөрөҫ ҡулланғанда ғына был тормошта ниндәйҙер уңыштарға өлгәшергә мөмкинлеген иҫбатларға тырыштыҡ.

Спектаклдең рәссам-ҡуйыусыһы Луиза Дәүләтбирҙина, композиторҙар – Марат Ғөбәйҙуллин, Азат Исҡужин. Хореограф – Александр Родионов. Әкиәт геройҙарын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәһим Сөнәғәтов, Ишморат Моратов, Морат Амантаев, Урал Атанбаев, Юлдаш Юлдыбаев, Асҡар Зарипов, Зәлиә Ғәлиәхмәтова, Азалия Ялалова, Альбина Байназарова һынландыра. Мауыҡтырғыс тамашаны залдағы балалар төрлөсә ҡабул итте. Тупаҫ хан менән хәйләкәрлеген ҡайҙа ҡуйырға белмәгән вәзирҙән күмәкләшеп көлдө, төп герой Иштуғандың яҙмышы хәл ителгән мәлдәрҙә тулҡынланып, бер аҙға тынып ҡалды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, авторҙың әҫәрендә башҡорт халҡының милли колориты ла сағыла.

Залда башлыса балалар ултырҙы һәм улар спектаклде шул тиклем мауығып ҡараны. "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә сәхнәгә сығарылған әкиәт мәктәп уҡыусыларына ла, өлкәндәргә лә мотлаҡ оҡшаясаҡ.

Ҡыҙыҡлы спектакль мәртәбәле фестивалдәрҙә еңеү яулаясағына өмөт ҙур.

Гөлдәр Ҡадаева, Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәби-реклама бүлеге етәксеһе.

"Сулпан"да премьера!
"Сулпан"да премьера!
Автор:Гульдар Кадаева