Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Март , 10:20

Мәҙәниәткә һөйөү ҡауыштырған

25 март—Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө Сибай ҡалаһының мәҙәни тормошон һәр яҡлап байытҡан, балаларға музыкаль белем биргән ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе Сибай сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары—Раушан Нариман улы һәм Зөлфиә Мөнир ҡыҙы Хөснитдиновтар. Сибай ҡыҙы Зөлфиә менән Ҡыйғы районы егете Раушан Учалы музыка училищеһында уҡығанда таныша. 1989 йылда йәштәр өйләнешеп, ғаилә башлығының тыуған яғы--Үрге Ҡыйғы ауылының музыка мәктәбенә эшкә ҡайта. Унда 10 йыл эшләгәс, 1999 йылда Хөснитдиновтар Раушан Нариман улы теләге буйынса Сибай ҡалаһына күсеп килә. Музыканттарҙы Сибай сәнғәт мәктәбендә ҡуш ҡуллап эшкә алалар. Белгестәр музыка училищеһынан һуң икеһе лә юғары белем ала: Раушан Нариман улы Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаһа, Зөлфиә Мөнир ҡыҙы БДУ-ның Сибай институтының музыка бүлегендә уҡый.

Мәҙәниәткә һөйөү ҡауыштырған
Мәҙәниәткә һөйөү ҡауыштырған

-Сибайҙа “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһына йөрөнөм. Шунда йәш кенә музыкаль етәксебеҙ Рафаэль Әкрәм улының баянда оҫта уйнауына ғашиҡ булдым һәм мин дә шулай баянда уйнарға өйрәнергә тейешмен тигән маҡсат ҡуйҙым”,-- ти Зөлфиә Мөнир ҡыҙы.-Артабан музыка мәктәбендә был музыкаль инструментта уйнарға Марс Ваһап улы өйрәтте. Ирем Раушандың да төп һөнәре аккордеонсы, гитара буйынса квалификация үтеп, әле ҡыҙҙар-малайҙарҙы ошо инструментта уйнау серҙәренә төшөндөрә. "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы төрлә мәҙәни саралар ойошторалар.

Зөлфиә Мөнир ҡыҙының атаһы Әбйәлил яҡтарынан булған Мөнир Илһамов башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Әсәһе Кинйәбикә Ирмөхәмәт ҡыҙы ла йыр-моңға маһир була. Ата-әсәһенең музыкаль белеме булмаһа ла улар балаларында кес кенәнән халҡыбыҙ моңона, йырҙарына һөйөү тәрбиәләй. Музыкаға мөкиббән ғашиҡ Зөлфиә Мөнир ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу: Үрге Ҡыйғы музыка һәм Сибай сәнғәт мәктәбенең баян класы уҡытыусыһы. Раушан Нариман улы иһә ҡалабыҙҙың бер нисә мәҙәниәт усағында эшләй. Сибай филармонияһы оркестрында, БДУ-ның Сибай институтында тәжрибә туплай.

Ул йырҙар ижад итеү, көй сығарыу, аранжировкалар яһау менән булыша.

Раушан Нариман улы менән Зөлфиә Мөнир ҡыҙы Хөснитдиновтар 35 йыл бергә татыу ғүмер итеүе менән дә күптәргә өлгө. Улар бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Балалары музыкаль һәләтле булһа ла, икеһе лә техник һөнәр һайлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр ҡайғы ла күрергә тура килә уларға: улдары йәшләй баҡыйлыҡҡа күскән. Ҡыҙҙары кейәүҙә, Ижевск ҡалаһында йәшәй. Тормоштарының йәме, тәме, ҡото булып ике ейәндәре үҫеп килә.

-Музыка, мәҙәниәтһеҙ үеҙебеҙҙе күҙ алдына килтерә лә алмайбыҙ. Сәнғәткә һөйөү беҙҙе табыштырҙы, ҡауыштырҙы, тормош һыунауҙарын лайыҡлы үткәреп ебәрергә ярҙам итте. Бер-береңде тыңлап, ишетеп, аңлап, мин-минлегеңде артҡа ҡуйып, түҙеп йәшәргә кәрәк,--тип бергә оҙаҡ йылдар парлы ғүмер итеүҙең серҙәре менән бүлеште Зөлфиә Мөнир ҡыҙы.

Автор:Гульдар Кадаева