Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Февраль , 22:45

БӘХЕТКӘ ЮЛ ҠАЙҘАН?

"Бына беҙҙең тешебеҙ бар. Әммә беҙ уның бар икәнен дә иҫләмәйбеҙ, әһәмиәт бирмәйбеҙ. Ә һыҙлаһа... иҫкә төшә. Бәхет - ана шул теш шикелле ул ", - ти "Бәхеткә юл ҡайҙан?" спектакленең геройы.

БӘХЕТКӘ ЮЛ ҠАЙҘАН?
БӘХЕТКӘ ЮЛ ҠАЙҘАН?

Бөгөн Сибай тамашасылары А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Татарстандан гастролгә килгән Буа театрының яҙыусы Зифа Ҡадырова романына нигеҙләнеп яҙған спектаклен ҡараны. Иҫ киткес ғаилә драмаһы. Уйландырҙы, тетрәндерҙе.

Дилә ауырға ҡалып кейәүгә сыға. Ире уны яратмай. Эсә, туҡмай, кәмһетә. Ике балаһы ошоно күреп үҫә. Атаһы ташлап сығып киткәс, улы атаһы кеүек үк эсә, эшләмәй, әсәһенә ҡул күтәрә...

Әллә күпме һынауҙар, йәберләүҙәр, мыҫҡыллауҙар үтеп Дилә асарбаҡтар (бомж) араһына барып юлыға. Бында төрлө яҙмышлы кешеләр. Серый ҡушаматлы ир Диләне ҡурсалап алып йөрөй.

Серый - Аллаһ барлығына ышанған, шиғри күңелле ир осраҡлы ғына бомж булып киткән. Тиҙҙән ул йәшлегендә юғалтҡан байлыҡты таба. Аяҡҡа баҫа. Диләне лә аяҡҡа баҫтыра.

Ҡасандыр ауыр эштән, туҡмалыуҙан, илауҙан башы сыҡмаған Дилә матурлыҡ салонына инеп сығып, матур кейемдәр кейгәс, сибәр ҡатынға әүерелә... Бына бит лайыҡлы тормош, бына бит лайыҡлы ир...

Тик... Тик Дилә ғаиләһенә ҡайта...

Ни өсөн шулаймы? Спектаклде ҡарағас, йә иһә романды уҡығас аңларһығыҙ. Ғөмүмән, Зифа Ҡадырованың бар әҫәрҙәре лә тормошсан, уйға һала. Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән, әле Татарстанда йәшәүсе яҡташыбыҙ һәр саҡ кешене ғәфү итергә, шанс бирергә саҡыра. "Бәхеткә юл ҡайҙан" әҫәрен яҙғанда ул бик күп яҙмыштарҙы өйрәнә, хатта бомждар менән аралаша.

Әйткәндәй, бөгөнгө спектаклдә тамашасылар араһында яҙыусы Зифа Ҡадырова үҙе лә булды. Тамашасылар уның китаптарын һатып алды, автографтар алды. Яҙыусы әйтеүенсә, тиҙҙән уның башҡа спектаклдәре лә Башҡортостанға, Сибайға киләсәк. Ситтә ҡалмағыҙ!

Автор:Резеда Валиева