АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Февраль , 14:30

ҒӘҘЕЛБАЙҘАР ТӨРНӘК ТӨРҘӨ

Элек һыуытҡыстар булмағанда итте нисек һаҡлағандар? "Сәсмәүер" ансамбле инәйҙәре боронғо йоланы күрһәтә.

ҒӘҘЕЛБАЙҘАР ТӨРНӘК ТӨРҘӨ
ҒӘҘЕЛБАЙҘАР ТӨРНӘК ТӨРҘӨ

Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылы клубынан хәбәр итәләр:

Башҡорт халҡының аш-һыу йолалары күп кенә ул.Элек,хәҙерге замандағы кеүек һыуытҡыстар булмаған саҡта, кешеләр итте ошолай һаҡлай торған булған. Борон, кеше һуғым һуйғас та, иттең затлы, тәмле генә ерҙәрен ҡырҡып алып, малдың ҡарынына төрөп, энә менән тегеп, яҙғылыҡҡа тип, ҡыйыҡ башына элеп ҡуйғандар. Быны төрнәк тип атайҙар. Яҙ еткәс төрнәк итен асып, күрше - күләнен,бөтә булған туғандарын, саҡырып, ҙур байрам эшләгәндәр.
Беҙҙә "Сәсмәүер" фольклор ансамбле менән төрнәк төрөү йолаһын үтәп ҡараныҡ. Уны матур итеп төрөп, һаҡларға ҡуйҙыҡ. Ҡатнашыусы апайҙарға ҙур рәхмәт.
Аштарыбыҙ тәмле булһын!
Доньялар имен булһын!

(йоланы беҙ Рәмзиә Сәфәрғәле ҡыҙынан яҙып алдыҡ)

Автор:Резеда Валиева