АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар , 17:41

ҺАҠМАР МОҢДАРЫ ЯҢҒЫРАНЫ

Ретро йырҙар конкурсы алтынсы тапҡыр үтте

ҺАҠМАР МОҢДАРЫ ЯҢҒЫРАНЫ
ҺАҠМАР МОҢДАРЫ ЯҢҒЫРАНЫ

--Хәйбулла районында "Һаҡмар моңдары" башҡорт ретро йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте. Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған бәйгелә быйыл да Хәйбулланың төрлө ауыл биләмәләренән бихисап йырсылар ҡатнашҡан. Зал тултырып йыйылған тамашасылар бәйгеселәрҙе алҡыштарға күмеп, улар менән бергә ретро йырҙарҙы ҡушылып йырлаған. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-Приға Оло Әбеш ауылынан Руслан Ибраһимов лайыҡ булған.
Йәшлек йылдарына алып ҡайтҡан моң бәйгеһе быйыл ҡырҡтан ашыу ҡатнашыусыны берләштереп, Баймаҡ, Йылайыр районынан килгән йырсыларҙы ла үҙ ҡанаты аҫтына алған,--тип яҙалар Хәйбулла районы хакимиәтенән

Автор:Резеда Валиева