АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар , 11:10

МОҢДАР ҠАЙТҺЫН АУЫЛҒА

Йыр-моң һөйөүселәр менән йәшлек йырҙарын хәтергә төшөрҙө әбештәр.

МОҢДАР ҠАЙТҺЫН АУЫЛҒА
МОҢДАР ҠАЙТҺЫН АУЫЛҒА

--Дәртле, йыр-моңға ғашик халыҡ "Айыҡ ауыл 2023" рҽспублика бәйгҽһҽндә ҡатнашыусы Оло Әбҽш ауылында "Моңдар ҡайтһын ауылдар" тигән конкурсы үтте. Ығы-зығылы көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынған мәлдәрҙә мәҙәниәт усағында йыйыла улар. Айыҡлыҡты, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән күрше Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Вәзәм, Һаҡмар-Наҙарғол, Ҙур Арыҫланғол, Үрнәк, Урыҫбай ауылдарынан килгән йыр-моң һөйөүселәр менән йәшлек йырҙарын хәтергә төшөрҙө әбештәр.
Бәйге рәүешендә барған сара ысын мәғәнәһендә моң байрамына әүерелде. Һағышланып уҙған йылдарға ҡайтты, дәртләнеп йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө йырҙар аша осрашыуға килгән йыр һөйөүсе ағай-апайҙар.
Ретро йырҙар бер ҡасан да онотолмай, йылдар уҙған һайын улар урта быуын вәкилдәре өсөн ҡәҙерле, сөнки улар үткәндәр менән бәйләй бҽҙҙе. Бихисап йырҙарҙың йәштәр араһында ла танылыу табып, заманса һулыш алыуы уларҙың аһәңлеге хаҡында һөйләй. Ретро йырҙарҙы дәртләнеп башҡарыу йәһәтенән Әбеш урта мәктәбҽ коллҽктивына етеүсе булманы--уларҙа Гран при, саҡ ҡына ҡалышып Ғәлиәхмәттәр беренселекте яуланы.
Ә бына сараның төп бүлаге - ыңғай тәьҫораттар, аралашыу һәм рухи кинәнескә бар ҡатнашыусылар ҙа лайыҡ булды!--тип яҙа Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Резеда Валиева