Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2023, 11:00

Шайморатов вариҫтары сәхнәгә сыҡты

Сибай филармонияһында Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенең "Атайсал" өлгөлө бейеү ансамбленең «Шайморатов вариҫтары» тип исемләнгән театрлаштырылған хореографик спектакленең премьераһы булды.

Шайморатов вариҫтары сәхнәгә сыҡты
Шайморатов вариҫтары сәхнәгә сыҡты

Сибай филармонияһында Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенең "Атайсал" өлгөлө бейеү ансамбленең, Рәсәй Федерация Президенты мәҙәни башланғыстар фонды Грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, «Шайморатов вариҫтары» тип исемләнгән театрлаштырылған хореографик спектакленең премьераһы булды.

Проект етәксеһе--"Аманат" ирекмәнлекте үҫтереү автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма (АНО РД) директоры Әбдрәхимова Азалия Марат ҡыҙы.

Сценарий авторы һәм хореографы--"Атайсал"ансамбленең талантлы, һәр ваҡыт өлгөр етәксеһе Рәзилә Хөснулла ҡыҙы Ғәйетбаева.

Юғары кимәлдә үткән тамаша тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, йылы ҡаршы алынды һәм юғары баһаланды.

Сәхнәнән күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр, йырҙар яңғырауы, ифрат бай йөкмәткеле бейеүҙәр, балаларҙың лайыҡлы, сағыу сығышы тамашасылар күңелдә йылы тойғолар уятты: илһөйәрлек, һоҡланыу, ғорурлыҡ!

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡала. Спектакль беҙҙе һуғыш ваҡиғалары һәм шул алыҫ йылдарҙа йәшәгән һәм һәләк булған совет халҡының ысын тарихтарына сумдырып, тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырҙы.

Йыр, бейеү менән үрелеп барған спектаклде халыҡ хөкөмөнә сығарыуҙа режиссер (Нәсимә Ғиззатуллина), тауыш операторы (Ғайсар Моратов) һәм видеографтың (Гөлгенә Хөсәйенова) яйға һалынған команда эше баһалап бөткөһеҙ.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.

Спектаклде ижад итеүселәрҙең һәр береһе һуғыш йылдары сағылдырыуға һәм Миңлеғәле Шайморатовтың, халыҡтың ҡаһарманлығын, сыҙамлығын сәхнә аша тамашасыға еткереүгә күп көс һалған.

Һәләтле, рухлы балаларыбыҙ һәр береһе үҙ образын оҫта аса алды. Улар легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Салауат вариҫтары сигенә белмәй” оранына һәр саҡ тоғро булып, быны уҡыуҙары, эштәре менән раҫлап, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, һәр ваҡыт алға барһындар!

Һәләтле балалар--беҙҙең киләсәгебеҙ! ‎

Автор:Резеда Валиева