Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2023, 22:05

"Айгөл иле"ндә булдыҡ

Бөгөн сибайҙар "Айгөл иле"ндә булды

"Айгөл иле"ндә булдыҡ
"Айгөл иле"ндә булдыҡ

Элегерәк, бала һәм йәш саҡта, 50 йәшлек гүзәл заттарға оло инәйгә ҡарағандай ҡарай инек... Әллә яңылышҡанбыҙ, әллә замана үҙгәреп, кешеләр йәшәрә барамы? Бөгөн ошо ҡараш, ошо фекерҙе дәлилләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова. Алтын йәшен тултырып сәхнәгә сыҡҡан актрисаға ҡарап һис кенә лә 50-не биреп булмай. Уның юбилей сараһы ла "Күңел ун етелә, йөрәк - ун һигеҙҙә, ғүмер үткәне һиҙелмәй" тип атала. Актрисаны ҡотларға килеүселәр ҙә быны йыш ҡабатланы: 30 йыл элек Айгөл ниндәй булһа, ул әле лә шундай! Ысынлап та, тышҡы ҡиәфәт йәш, һомғол булып ҡалған. Ә бына ижад багажы йылдан - йыл байыған, сағыуланған. Быға беҙ бөгөн шаһит булдыҡ. Уның хеҙмәт юлы башланғандан бөгөнгәсә һынландырған образдарын күреп, ул уйнаған спектаклдәрҙән өҙөк ҡарап йә уйландыҡ, йә хисләндек, йә моңайҙыҡ. Ниндәй генә роль бирһәләр ҙә урын - еренә еткетеп башҡара. Бар күңелен һала! Хатта беҙ актрисаны бейеүсе һәм йырсы булараҡ астыҡ, һоҡландыҡ!

Айгөл Мирас ҡыҙын коллегалары, һабаҡташтары, хакимиәт вәкилдәре, яҡташтары, туғандары ихлас ҡотланы. Актрисаға бик күп маҡтау, һоҡланыу һүҙҙәре еткерелде, бүләктәр тапшырылды, ҡосаҡ - ҡосаҡ сәскәләр бирелде. Шулай ҙа иң матур һүҙ тормош иптәше Фәнзил Мортайләков тарафынан әйтелде: "Мин яңынан тыуһам, барыбер кәләш итеп һине һайлар инем!"

Бик тулҡынландырғыс, оло мәғәнәле һүҙҙәр был. Ҡатын -ҡыҙ эшендә күпме генә уңышҡа өлгәшһә лә ул, иң тәү сиратта, ғаиләһендә бәхетле булырға - һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсә булырға тейеш! Был яҡтан да, эшенән дә, һөнәренән дә, дуҫтарынан, коллегаларынан да уңған Айгөл Хакимова.

Һоҡланабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, Сибай театрына тоғролоғо өсөн рәхмәтлебеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: