Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Октябрь 2023, 00:15

СӘХНӘГӘ "ФРОНТОВИЧКА" СЫҠТЫ

Мария менән Матвейҙы һуғыш таныштыра. Һуғыш бөткәс, Матвей госпиталдә ҡала, ә Мария һәйгән йәренең тыуған яғына - уның әсәһе янына ҡайта. Һәм, әлбиттә, һөйгәнен көтә. Тик Матвей кәләш эйәртеп ҡайтып төшә... Нимә менән тамамланыр был хәл?

СӘХНӘГӘ "ФРОНТОВИЧКА" СЫҠТЫ
СӘХНӘГӘ "ФРОНТОВИЧКА" СЫҠТЫ

Эйе, 20 октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһенә сығарылған Анна Батуринаның «Фронтовичка» драмаһы ошо хаҡта. Барып күрегеҙ. 21 октябрь киске сәғәт 7-лә башлана.


Әйткәндәй, премьера "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды.

Спектаклде Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе.
Шулай уҡ ҡуйыусы төркөмдә: ҡуйыусы-рәссам — Сулпан Азаматова, хореограф – Дамир Ибраһимов, композитор - Магуля Мезинова.

Автор:Резеда Валиева